Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Декабрь 2019, 14:00

Борма-борма тормош юлдары

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Зоя Ивановна һәм Леонид Александрович Чистяковтар ноябрҙә бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын билдәләне.

Бындай бәхетте бик һирәктәр генә татый. Шунса йылдар бергә йәшәгән парҙар бер- берҙәренә һөйөү, хөрмәт, ышаныс һәм тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Улар бергәләп күпте күргән, күпте кисергән. Оҙаҡ йылдар аңлашып йәшәгән парҙар һоҡланыу тойғоһо ғына уята.

Һеҙ тәү ҡараштан ғашиҡ булыуға ышанаһығыҙмы? Кемдер был һорауға шунда уҡ яуап бирә алмаҫ, икенселәр иһә, үҙҙәрен хәтергә төшөрөп, ышаныслы баш ҡағыр. Ирле-ҡатынлы Чистяковтар, тәү ҡараштан ғашиҡ булып, ғүмер буйы ошо хистәрҙе саф көйө һаҡлап ҡалып булыуын ышаныслы әйтә ала.

Әле бала сағында уҡ Леонид күршеһендәге ҡыҙға күҙ һала, уны ҡурсалап һәм яҡлап йөрөтөргә теләй. Артабан был хистәр оло һөйөүгә әйләнә.

Биш класс тамамлағандан һуң, Леонид колхозда эшләй башлай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа уға, башҡа ҡыҙ һәм малайҙарға кеүек, бер телем икмәк өсөн генә лә эшләргә тура килә. Апаһы менән икеһен әсәһе яңғыҙы тәрбиәләй, аталары фронтта һәләк була.

Зоя иһә ете балалы тулы ғаиләлә тәрбиәләнә.

Һөйгәненең 10 класс тамамлауын көтөп алып, 1959 йылда йәш Леонид ҡыҙға тәҡдим яһай. Туйҙан һуң йәштәр ирҙең ата-әсәһе йортонда төпләнә. Матур итеп йәшәп алып китәләр. Леонид Александрович колхозда умартасы булып эшләһә, Зоя Ивановна Красноуфимск педучилищеһын тамамлап, “Колосок” балалар баҡсаһына эшкә урынлаша, дүрт йыл унда мөдир вазифаһын да башҡара. 1961 йылда Леонид Александровичты армияға алалар. Өс йыл ул Новосибирск тарафтарында радиотехника ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Өйҙә уны ҡатыны менән ҡыҙы көтә. Армиянан һуң тыуған колхозына әйләнеп ҡайта һәм пенсияға сыҡҡансы умартасы һәм тимерсе булып эшләй.

Ғүмер буйы Чистяковтар үҙ хужалыҡтарын алып бара, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтерәләр, улар ата-әсәһенә хужалыҡта алыштыр-ғыһыҙ ярҙамсыға әйләнә.

Балалары үҫеп, ғаиләләр ҡоралар, ейәндәре тыуа. Тормош һәүетемсә генә барғанда ҙур ҡайғыға юлығалар: ауыр сирҙән һуң, ике балаһын ҡалдырып, ҡыҙҙары вафат була. Бер-берҙәренә булған иғтибар арҡаһында һәм эшкә алданып ҡына улар ауыр юғалтыуҙы үткәреп ебәрә. Улар үҙҙәрендә ике ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә көс таба.

Энергиялы Зоя Ивановна ғаилә мәшәҡәттәрен йәмәғәт эштәре менән еңел берләштереп алып бара. 27 йыл Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы баш-ҡарма комитеты секретары, ауыл Советы депутаты була. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн күп тапҡырҙар грамоталар менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.

Чистяковтарҙың никахы ныҡ булып сыға. Хәҙер улар-ҙың дүрт ейәне һәм дүрт бүләһе бар. Өлкән йәшкә еткән пар бөгөн дә бик бәхетле күренә, әле кисә генә танышҡан кеүек балҡыйҙар.

– Көндәлек мәшәҡәттәр һәм хеҙмәт менән йылдар бер мәл генә кеүек бик тиҙ үтте, – тиҙәр ир менән ҡатын. – Тормошта төрлөһө булды: яҡшыһы ла, насары ла, күңеллеһе лә, бик үк булмағаны ла. Әммә беҙ, бар ҡатмарлыҡ- тарға ҡарамай, бер-беребеҙгә хөрмәт һәм һөйөү һаҡлай алдыҡ.