Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Декабрь 2019, 13:00

Ярты быуат бергә

Нимәнән башлана ғаилә? Тәүге осрашыуҙанмы? ЗАГС-ҡа барыуҙанмы, әллә йәмғиәттә үҙ ячейкаңды булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәнме? Һәр кемдең үҙ фекере. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: ике йөрәктең танышыуы – һәр кемдең яҙмышында хәл иткес ваҡиға.

Туҡбай ауылынан Миндехан Әминев буласаҡ ҡатыны менән нисек танышыуҙары хаҡында яҙып ебәргән.

“Мин, Мәсетле районы Туҡбай ауылы егете, буй еткергәс, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһына эшкә барып керҙем шофер булып. Йәйге көндәрҙә юлдар-ҙы ремонтлау менән булдыҡ, ул ваҡытта асфальт юлдар юҡ ине. Артабан сенаж, силос ташыу менән көндәр үтә торҙо. Игендәр башаҡтар тултыра ғына башлағас, июль айының 26-һынан 27-һенә табан төндә беҙҙең яҡтарҙа 7 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төштө. Бөтә игенде ҡырау һуҡты. Уларҙы силосҡа һала башланыҡ.

Ураҡ мәлендә Йылайыр районы Советы рәйесе АТП етәксеһенә ярҙам һорап килде. Етәксебеҙ ҡаршы булманы һәм ярҙамға 20 автомобиль ебәрергә ҡарар итте. Йылайырға ебәрелгән водителдәр араһында мин дә бар инем. Машиналарҙы бер аҙ ҡараштырып алғас, юлға сыҡтыҡ. Шулай итеп, беҙ Йылайыр районының “Башҡорт” совхозында эшләй башланыҡ. Көндөҙ комбайндан ашлыҡ ташыһаҡ, кискелеккә Сибай элеваторына иген илттек. Бер аҙҙан бер нисә машинаны Байғужа ауылына силос ташырға ебәрҙеләр. Ҡараңғы төшкәнсе силос ташыйбыҙ ҙа кис ял иткәндә клубҡа сығабыҙ. Кисәләрҙең береһендә ошо ауылдың сибәре Хәбирә исемле ҡыҙҙы күреп таныштым. Осраша башланыҡ. Беҙ айырылғыһыҙ парға әйләнеп, бер-беребеҙҙе өҙөлөп яраттыҡ.

Хәбирәм менән ЗАГС-та яҙылышып, өйләнештек. Шулай итеп алып ҡайтып киттем үҙбеҙҙең яҡҡа Йылайыр һылыуын. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙыбыҙ, ике улыбыҙ тыуҙы. Хәҙер уларҙың үҙ тормоштары, балалар үҫтерәләр.

Борма-борма тормош һуҡмаҡтары үтеп, ярты быуат ғүмер кисергәнбеҙ. Алтын туйыбыҙ уңайынан туған-тыу-масалар, дуҫтар, улдарыбыҙ, ҡыҙыбыҙ ҡотланылар. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре республика Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау хаты һәм бүләк тапшырҙылар.

Ваҡыт бик тиҙ үтә, шуға күрә бер-берегеҙҙең һәм ғаиләгеҙ менән үткән һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ”.