Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
25 Ноябрь 2019, 14:00

55 йыл бергә

Беҙҙең һөйөклө әсәйебеҙ Жәмилә Вәсил ҡыҙы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ Алмас Исмәғил улы Нәжиповтар 19 ноябрҙә зөбәржәт туйҙарын – бергә ғүмер итеүҙәренең 55 йыллығын билдәләне. 55 йыл бергә ғүмер кисергән парҙарҙың байрам символы – йәшел зөбәржәт: атай-әсәйебеҙҙең мөнәсәбәттәре кеүек ныҡлы һәм ышаныслы!

Атайыбыҙ Алмас Исмәғил улы 1938 йылдың 5 мартында районыбыҙҙың күркәм мөйөшөндә урынлашҡан Әләгәҙ ауылында тыуған. Уның ғаиләһендә хеҙмәткә хөрмәт, Ер-әсәгә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Шуғалыр ҙа инде ул яҙмышын ерҙә эшләүгә бағышларға ҡарар итә һәм Дыуан ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен үҙләштерә, һуңыраҡ Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында белемен камиллаштыра.

40 йыл “Мәсәғүт” совхозы баҫыу- ҙарында эшләп, ул тыуған еренең ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Тракторҙа эшләй, Буртаковка бүлексәһендә бригадир була, 1963 йылдан – комсомол ойошмаһы секретары, 1965 йылдан – агроном-орлоҡсо, 1968 йылдан – совхоздың баш агрономы һәм директор урынбаҫары. Ниндәй генә вазифала эшләһә лә, ул һәр ваҡыт ғәҙел һәм намыҫлы кеше булып ҡала белде. Күп йыллыҡ маҡтаулы хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1981 йыл), “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы (1963) менән бүләкләнгән. Ул – хеҙмәт ветераны (1988), БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы һәм Мәсетле районының почетлы гражданы. Башҡорт- остан Республикаһы Башлығының 2018 йылдың 24 декабрендәге Указы менән уға “БР төҙөлөүенең 100 йыллығы” юбилей миҙалы тапшырҙылар.

Атайыбыҙҙың ҙур ҡаҙаныштарға һәм наградаларға ирешеүендә, ҙур исемдәр яулауында һөйөклө һәм хәстәрлекле ҡатыны – әсәйебеҙ Жәмилә Вәсил ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Өс бала тураһында хәстәрлек, хужалыҡ мәшәҡәттәре башлыса уның иңдәренә төшһә лә, атайыбыҙ һәр ваҡыт әсәйебеҙҙең ярҙамын тойоп, тыныс күңел менән эшкә юлланды.

Әсәйебеҙ Жәмилә Вәсил ҡыҙы 1945 йылдың 23 ноябрендә Әләгәҙ ауылында донъға килгән. Кооператив училищеһын тамамлап, ул һатыусы, балалар баҡсаһы мөдире, страховкалаусы агент булып эшләне. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны һәр ерҙә яраттылар һәм хөрмәт иттеләр.

Беҙ, юбилярҙарҙың балалары, татыу һәм уңған ғаиләлә үҫтек. Бал ҡорттары кеүек уңған атай-әсәйебеҙ бына инде 42 йыл бал ҡорто ҡарай. Йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, бал ҡорттары йыл да хужаларын татлы бал менән ҡыуандырып тора. Өй хужабикәһе – әсәйебеҙ аш-һыуға бик оҫта, әле лә беҙҙе тәмле бәлештәр менән һыйлай.

Ҡәҙерлеләребеҙ! Алдығыҙҙа ҙур хөрмәт менән баш эйәбеҙ һәм бәхетле бала сағыбыҙ, һөйөүегеҙ һәм хәстәрлегегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслы. Беҙҙең өсөн һеҙ – бәхетле мөнәсәбәт һәм ярты һүҙҙән аңлашыу, тоғро һөйөү өлгөһө. Һөйөклө һәм ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙгә артабан да бергә бик күп бәхетле мәлдәр кисереүегеҙҙе, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күтәренке кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек, шәп тәьҫораттар теләйбеҙ! Һеҙҙең һөйөү һәм эскерһеҙ мөнәсәбәт йәштәр өсөн өлгө булһын!
Һеҙ булғанда, атай-әсәй,

Нигеҙебеҙ нурлы-йәмле.

Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,

Янаһығыҙ һеҙ йондоҙ шикелле.

Ғүмер оҙон, йылдар тыныс булһын,

Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.

Таҙалыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуанысын

Бирһен Хоҙай иң-иң олоһон!


Изге теләктәр менән ҡыҙы Эльвира,

улдары Рөстәм һәм Наил, кейәүе Юнир, килендәре Зөлфиә һәм Лариса,

ейән-ейәнсәрҙәре Альбина, Ингиль, Фларис, Ралим, Руслан, Тимур, бүләсәрҙәре Регина.