Ул Ҡорғат ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Олатаһы Мөхәмәтрәхим Сабировтың ғаиләһе Ҡорғат ауылы үҙәгендә әлеге көндә лә ағып ятҡан шишмә эргәһендәге ҙур йортта йәшәгән. Күп һыйырҙары, аттары, атҡа тағыла торған ашлыҡ һуҡҡысы, елгәргесе, май яҙғысы була. Быларҙың барыһын да үҙ хеҙмәттәре менән тапҡандар. Мөхәмәтрәхимдең өйө менән йәнәш улы Мөнирҙең ғаиләһе өсөн өй төҙөлә.
Репрессиялар һөҙөмтәһендә улар кулакһыҙлаштырыла һәм бар мөлкәттәренән дә, ике өйөнән дә мәхрүм ителә. Ғаиләнең бөтә ағзаларын Свердловск өлкәһендәге Түбәнге Тагилға һөрәләр, унда атайыбыҙҙың ике апаһы үлеп ҡала.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса биш йәшлек Мөғин әсәһе менән Урта Аҡа ауылына ҡайта. Артабан ул урта мәктәпте тамамлай һәм Молотов ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға инә. 1949 йылда Ҡорғат ете йыллыҡ мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы булып эш башлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Мәсәғүт уҡытыусылар институтында уҡый. 1952 йылда уны Әжекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә география һәм физкультура уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Белемен ул камиллаштырыуын дауам итә – ситтән тороп Свердловск педуниверситетын тамамлай. 1970 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Оло Аҡа урта мәктәбендә хеҙмәт итә.
Педагогик эшмәкәрлек йылдарында ауылдың йәмәғәт тормошонда, шулай уҡ художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа үҙ өлөшөн индерә, бының өсөн СССР министрҙар Советы Рәхмәте менән билдәләнә. Оҙаҡ йылдар партия район комитеты пропагандасыһы була. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем тормош позицияһы өсөн бик күп наградалар, шул иҫәптән “Марксизм-ленинизмды һәм КПСС сәйәсәтен пропагандалаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ул – хеҙмәт ветераны, РФ мәғарифы алдынғыһы.
Атайыбыҙ бик грамоталы, мәҙәни, төплө белемле, әҙәпле кеше, беҙҙең һәм уҡыусылары өсөн үрнәк булып тора.
Әсәйебеҙ Наилә Мәүләүи ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоноп 70 йыл бергә ғүмер кисерҙеләр! Биш бала тәрбиәләп үҫтереп, яҡшы белем бирҙеләр. Улар бөгөн дә беҙгә һәр нәмәлә ярҙам итә. Ата-әсәйебеҙ менән беҙ ғорурланабыҙ!
90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, атайыбыҙ көр күңелле, яҡшы күрә һәм ишетә, гәзиттәр уҡырға ярата. Ғаиләбеҙҙең педагогтар династияһы дауам итә. Ҡыҙҙары Рәйлә Ғәбитова атайыбыҙҙың юлынан китте, ул хаҡлы ялға сыҡҡансы физика һәм математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт итте. Ейәнсәрҙәре Эльмира һәм Ирина Нефтекама ҡалаһында уҡыта.