Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Ноябрь 2019, 12:00

90 йыллыҡ тормош юлы

Мөфәҡәр Мусинға 90 йәш тулды.


11 йәшенән ул саҡта “Юлдаш” тип аталған колхозда эшләй башлай. Сәсеүҙә, урман әҙерләүҙә, келәттәр, фермалар һалыуҙа ҡатнаша. Нигеҙҙә ҡул хеҙмәте ҡулланылғанлыҡтан, йәш үҫмерҙәргә еңелдән булмай.

15 йәшендә Мөфәҡәр Аллаяр улын Белорет ҡалаһына фабрика-завод уҡыуына (ФЗО) ебәрәләр. Унан һуң ул бер нисә йыл Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында шахтала эшләй.

– Шунан мине армияға алдылар, – тип иҫенә төшөрә юбиляр. – Алыҫ Көнсығышҡа, Приморьеға, минең менән бергә беҙҙең райондан тағы ла ете егет ебәрелде. Өс йыл элемтәсе булып хеҙмәт иттем.

Армиянан ҡайтҡас, Мөфә-ҡәр Аллаяр улы Ямаш ауылы училищеһында уҡып тракторсы-комбайнсы һөнәре ала, унан инде дүрт йыл Абдулла ауылындағы колхозда комбайнсы булып эшләй.

Һуңынан 30 йыл иген кип- тереүҙә һәм тирмәндә хеҙмәт итә. Үҙ бурыстарына һәр ваҡыт яуаплы ҡарай һәм шул арҡала юғары күрһәткестәргә ирешә.

41 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән ҡатыны Сәбихә лә колхозда – баҫыуҙа һәм келәттә эшләй. Уларҙың ғаиләһендә алты бала бәләкәйҙән үк бил яҙмай хеҙмәт итеүҙең ни икәнен белеп үҫә. Улдары аталары менән иген киптереүҙә эшләргә ярата, тирмәндә ярҙамлаша.

Уның ҡулында һәр эш уңа. Башҡа хеҙмәткәрҙәр менән уртаҡ тел дә таба белә, коллективта ихтирам менән файҙалана. Уны фермаға мөдир итеп ҡуйғас, күрһәткестәрҙе шаҡтай яҡшырта ала. Ферма ҙур була – 400 һауын һыйыры аҫрала. Уның эш көнө таң һарыһынан башланып төн еткәнсе дауам итә.

Шулай ҙа өс йылдан ул кире үҙенең күнегелгән эшенә – Ключевой ауылындағы ашлыҡ киптергескә ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт итә. Ирешелгән уңыштары өсөн уны күп тапҡыр почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләйҙәр. Мөфәҡәр Мусин “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында батыр хеҙмәте өсөн”, “Һуғыш балалары” миҙалдары, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20, 50, 60, 65, 70 йыллығы” юбилей миҙалдары менән наградланған.

Ошо йылдар эсендә төрлөһө булған, әлбиттә. Ғаилә ҡайғы кисергән: 60 йәшендә ҡатыны мәрхүм була. Икенсе ҡатыны, биш бала әсәһе, оҫта һәм алсаҡ күңелле хужабикә Дания Мөхәмәтйәнова уның яҡшы дуҫына әйләнә. Ул оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, һауынсы, хисапсы һәм осеменатор булып эшләй. Бер пар булып улар инде 23 йыл татыу ғүмер кисерә.



Абдулла ауылынан ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ, ҡарт олатайыбыҙ МӨФӘҠӘР АЛЛАЯР улы МУСИНды бар йөрәктән иҫтәлекле датаһы – 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Беҙ һиңә ысын күңелдән алда әле бик күп шатлыҡлы һәм сағыу көндәре, хәтерендә бихисап матур, йылы хәтирәләре булған ныҡлы, көслө, тәрән аҡыллы, ғәҙел, йомарт, изгелекле, бәхетле кеше булып ҡалыуыңды теләйбеҙ.

Артабан да күреп торһаҡ ине

Бәхет, шатлыҡ тулы йөҙөңдө.

Тыуған көнөң менән ысын күңелдән

Тәбрикләйбеҙ бөгөн беҙ һине.

Тыуған көн – ғүмер байрамы,

Тыуған көн – изге көн ул.

Сәләмәт бул, ҡайғы күрмә,

Барыбыҙҙан теләк шул!

Алты балаһы, туғыҙ ейәне, ун өс бүләһе исеменән улы Владик.