Ғәптелйән ағай Фәймә һәм Ғәбделхаҡтың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Яраҫтау һөнәрселек училищеһына уҡыр- ға инә. 1968 йылдың майында Совет Армияһына алына. Хәрби хеҙмәтте егет Венгрияның мотоуҡсылар ғәскәрендә үтә.
Ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, туған хужалығына механизатор булып әйләнеп ҡайта. Баҫалҡы һәм уңған Ғәптелйән Ғәбделхаҡ улы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәттән дә юғарыраҡ һәм изгерәк төшөнсә булмағандыр. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен бағышлай ул ауыл хужалығына. Бер ҡасан да данға ынтылмай. Совет осорондағы күп иптәштәре кеүек эшләй ҙә эшләй. Техниканы ярата һәм уның менән оҫта эш итә белә. Тракторҙарҙың төрлөһөндә йөрөй: Т-40, ЮМЗ, Т-150, К-700 ир кешегә буйһона.
Үҙенең хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында һөйләргә яратмай. Бары тик Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, партия райкомы, Жданов исемендәге колхоз (һуңынан “Маяҡ” итеп үҙгәртелә) идараһының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары, гәзиттәге уның хаҡындағы мәҡәләләр, еңеүсе таҫмалары һәм вымпелдар ғына уның хеҙмәт батырлыҡтары тураһында һөйләй. Иң ҙур наградаһы – 1996 йылда тапшырылған “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме. Дәртләндереү өсөн Абхазияға, Болгарияға һәм Литваға туристик путевка ла тапшыралар. Был наградаларҙы ҡоро һанап китеү генә түгел, улар үҙ эшенә тоғро, ҙур йөрәкле кешенең хеҙмәттә үткән тормош юлы тураһында һөйләй.
Ғәптелйән Ғәбделхаҡ улы өсөн һөйөүгә, үҙ-ара аңлашыу-ға, ышаныуға, бер-берең тураһында хәстәрлек күреүгә ҡоролған ғаиләһе һәр ваҡыт ышаныслы тыл булды. Тормош юлдашы Гүзәлиә Рәфҡәт ҡыҙы менән ул менән ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уларҙа ла уңғанлыҡ һәм ҡушылған эш өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәндәр.
Ғәптелйән Ғәбделхаҡ улы Гүзәлиә апай менән ҙур хужалыҡ тоталар, баҡса үҫтерәләр, ейәндәрен тәрбиәләшергә ярҙамлашалар. Ғүмер буйы техникала эшләгән ир уҙаманы ағас менән эш итергә лә оҫта – өйөн үҙе ағас биҙәктәр менән һырлаған.