Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Октябрь 2019, 17:00

Балта оҫтаһына – 90 йәш

Әжекәй ауылынан Абдулла Ғәтиәтуллиндың бала һәм үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул бик иртә етем ҡала һәм бар ауырлыҡтарҙы, ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәрә. 7 октябрҙә хөрмәтле ир уҙаманы 90 йәшлек юбилейын билдәләй.

Абдулла ағай ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Унан һуң тағы ла өс ир туғаны тыуа. Һуғыш башланыу менән атаһын фронтҡа алалар. Уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Һуғыш йылдарында әсәһе Мөғлифә лә үлеп ҡала. Шулай итеп, Абдулла Тәҡи улына бик иртә хужалыҡ эшенә тотонорға һәм ҡустылары тураһында хәстәрлек күрергә тура килә. Ярай әле ярҙамлашырға Мәүлиха апаһы була.

1948 йылда 18 йәшлек егет Ҡыҙылбай ауылынан Ғәзимә исемле ҡыҙға өйләнә. Етем ҡал-ған өс ҡустыһына атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килә яңы донъя ҡорған йәштәргә. Бер йылдан ғаилә башлығын армияға алалар. Оҙайлы дүрт йылға һуҙыла әрме хеҙмәте. Был ваҡыт эсендә ҡустылары йәш еңгәләре тәрбиәһендә ҡалалар. Ғәзимә апай малайҙарҙы бар эшкә лә өйрәтә. Береһенән-береһе бәләкәй өс малайҙы тәрбиәләп, ир ҡорона еткереп, өйләндереп, туйҙар яһап, өй күтәрешеп үҙ аллы тормош юлына оҙаталар Ғәзимә һәм Абдулла Ғәтиәтуллиндар.

Армиянан һуң Абдулла Тәҡи улы колхоздың пилорамаһында, тирмәндә эшләй. Оҫта ҡуллы ағай ағастан тәҙрә рамдары, ишектәр, мебель, йөҙлөктәр яһай. Ағас менән эш итеү сер-ҙәрен улдары Фидаил һәм Фәнил Ғәтиәтуллиндарға ла өйрәтә. Улар бөгөн районда ағастан төрлө изделиелар эшләү буйынса оҫталар булараҡ билдәле.

Ғәзимә Хажиморат ҡыҙы менән Абдулла Тәҡи улы бергә 72 йыл ғүмер кисерәләр, ике ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Барыһына ла яҡшы белем биргәндәр. Бөгөн улар 16 ейәнгә, 23 бүләгә олатай менән өләсәй булып торалар.

Һоҡланғыс был пар туғандары һәм яҡындарының хәстәрлеген һәм һөйөүен тойоп йәшәй. Уларҙың тормош юлы башҡаларға үрнәк булырлыҡ.