Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Сентябрь 2019, 14:00

Йәшә һәм сәскә ат, Мәсетле ере!

2019 йыл республикабыҙ һәм беҙҙең өсөн иҫтәлекле – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләйбеҙ.


1919 йылда Рәсәй эшсе-крәҫтиәндәр хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһы тураһын-дағы килешеүенә ҡул ҡуйыла. Был сәйәси акт күп милләтле Рәсәй дәүләте тормошонда тарихи ваҡиғаға һәм республикабыҙҙың үҙ дәүләтселеген булдырыуҙа мөһим этапҡа әйләнә.

Бер быуат эсендә районыбыҙ халҡы тарафынан ҙур, ауыр, әммә данлыҡлы юл үтелә. Ә бөгөн Мәсетле районы республика менән ҡулға-ҡул тотоношоп социаль-иҡтисади үҫеш юлынан алға бара, тарихи традицияларҙы дауам итә һәм илде нығытыу эшенә лайыҡлы өлөш индерә, бергәләп Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итә: районда быйыл байрам саралары үтә, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” күләмле республика программаһы бойомға ашырыла. Әлеге проектҡа ярашлы оҙаҡламай Оло Ыҡтамаҡ ауылының иң бәләкәс кешеләре өсөн 140 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асасаҡ. Республикала ирешелгән яҡшы үҙгәрештәр – ул беҙҙең берлектәге хеҙмәтебеҙ, ул һәр беребеҙҙең тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә индергән өлөшө.

Районыбыҙ республика составында һәр ваҡыт лайыҡлы урын биләһен һәм бында йәшәгән һәр кем бәрәкәтле Мәсетле ерендә тыуыуы менән ғорурлан-һын ине! Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ тарихына, уның хәҙерге ҡаҙаныштарына беҙ ихтирам менән һәм һаҡсыл ҡарайбыҙ, киләсәгенә ышанабыҙ. Республикабыҙ тарихы менән тығыҙ бәйләнгән районыбыҙҙың сәскә атыуы өсөн артабан да бар көсөбөҙҙө һәм тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ.

Республикабыҙҙың барлыҡ кешеләренә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һәм алға барыуын, районыбыҙ һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтендә яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Әнис ӘСӘҘУЛЛИН,

муниципаль район хакимиәте

башлығы.