Урта мәктәпте тамамлағас, тыуған колхозында һабансы булып һәм малсылыҡ фермаһында эшләй. Бөтә буш ваҡытын уҡыуға бағышлай.
Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, медицина институтына уҡырға инә, әммә бер йылдан БДУ-ның филология факультетына күсә. Филолог дипломы алғас, йәш ҡатыны Әлфирә менән биш йыл дауамында Учалы һәм Дыуан-Мәсетле мәктәптәрендә эшләйҙәр. 1985 йылда ғаилә өс бәләкәй балаһы менән Өфөгә күсеп китә. Баш ҡалала үҙәктән алыҫ булмаған бик боронғо ағас өй һатып алалар. Ринат Әлтәф улы республика радиоһында эшләй башлай, һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең пропаганда бюроһы менән етәкселек итә, “Ағиҙел” журналында, республика китапханаһында, “Китап” нәшриәтендә эшләй. Ниһайәт, Камаловтарҙың ҙур ғаиләһе яңы фатир ала.
Ҙур әҙәбиәткә ул журналистика аша килә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында яҙылған күп һанлы хикәйәләре һәм новеллалары уға киң билдәлелек килтерә.
Ринат Камалдың үҙенең әҫәрҙәре менән ҡултамға ҡуя башлаған тәүге китабы 1993 йылда “Китап” нәшриәтендә “Бәлә” исеме аҫтында баҫылып сыға. Бөгөнгө көнгә Ринат Әлтәф улы 20 роман һәм бик күп повесть авторы.
1993 йылда яҙыусыға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. 2010 йылда “Әлфирә” романы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ Ринат Камал Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты булып тора. Ринат Әлтәф улы Дыуан-Мәсетле мәктәбе музейында йылъяҙмалары ҡуйылған мөйөш тә асҡан: китаптар, журналдар, ғаилә альбомы. Мәктәптә әле уның хөрмәтенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте класы асырға уйлайҙар.
Айгүзәл ИСМӘҒИЛЕВА,
Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.