Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ
3 Сентябрь 2018, 19:10

Мәсетле еренең лайыҡлы улы

Ильяс Иштуған улы Вәлиев – педагогия фәндәре докторы, профессор, Педагогия һәм ижтимағи фәндәр, Халыҡ-ара педагогия академияларының мөхбир ағзаһы, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы ағза- корреспонденты, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы журналистары берлектәре ағзаһы.

Ильяс Иштуған улы “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “СССР мәғарифы алдынғыһы”, “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” билдәләре, К. Д. Ушинский, М. М. Йәлил, Т. С. Мальцев, В. А. Сухомлинский, В. И. Вернадский, Мостай Кәрим миҙалдары менән бүләкләнгән. Степан Злобин исемендәге премия лауреаты. Маҡсатлы, яуаплы, ҡыйыу кеше, һәләтле етәксе. Был сифаттар Ильяс Вәлиевҡа эшендә ныҡ ярҙам итә. Ул мәктәп, лагерь директоры, вузға тиклем педагогика һәм һөнәри йүнәлеш буйынса проректор, педагогика һәм психология кафедраһы мөдире булып эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ильяс Иштуған улы 400 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 60-ҡа яҡын монография, уҡытыу-методика пособиелары һәм китаптар авторы булып тора. Уның “Педагогика памяти”, “Гражданином быть обязан”, “Народность и патриотизм”, “Патриотическое воспитание учащихся” исемле китаптарын республика һәм Рәсәй ғалимдары юғары баһаланы. Уның Мостай Кәрим ижадына бағышланған “Мостай Кәрим – донъя мәҙәниәте күренеше”, “Мостай Кәрим гуманизмы”, “Мостай Кәрим педагогикаһы” китаптары халыҡ араһында киң танылыу алды. Ильяс Вәлиевтың “Мостай Кәрим – донъя мәҙәниәте күренеше” исемле ике томлыҡ монографияһы 2009 йылда XI “Рәсәй китаптары” милли күргәҙмә-йәрминкәһендә бишенсе “Кесе Ватан” Бөтә Рәсәй төбәк һәм край әҙәбиәте конкурсында иң яҡшы китаптар ижади экспозицияһына тәҡдим ителде. 2004 йылда “Мостай Кәрим: яугир, шағир, граждан” китабы XVII халыҡ-ара Мәскәү күргәҙмә-йәрминкәһендә презентацияланды.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ 1949 йылда Мәсетле районының Тайыш ауылында тыуған. Уның атаһы Иштуған Вәли улы – 1955 йылда ВДНХ-ла ҡатна- шыусы. Әсәһе Вәсилә Һаҙый ҡыҙы колхозда эшләгән.

Ильяс Вәлиевты яҙмыш иркәләмәй. Күп һынауҙар бирә. Тайыш башланғыс мәктәбен, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатты тамамлай. 1965-1969 йылдарҙа Ғафури районы сәнәғәт предприятиеларында эшләй, артабан – Ҡаҙағстандың Гурьев өлкәһендә. 1973 йылда Гурьев дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тик биш билдәләренә тамамлай. 1984 йылдың ғинуарынан 2000 йыл сентябренә тиклем Өфөләге 1-се мәктәп-интернат, 124-се урта мәктәп директоры була. 2001-2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты лицейында директор – вузға тиклем әҙерлек буйынса проректор, профессор вазифаларын башҡара.

Ул 1-се мәктәп-интернатта етәкселек иткән осорҙа 7-се кластан математиканы тәрән өйрәнеү индерелә. 4-8 класс уҡыусылары өсөн ситтән тороп республика математика мәктәбе асыла. Ильяс Вәлиев инициативаһы буйынса тәү тапҡыр республикала информатиканы ПЭВМ ҡулланып уҡыу индерелә. Ул Эстон ССР-ының Палдиск ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу инициативаһы менән сығыш яһаусыларҙың береһе, уның ҡатнашлығы менән 1-се мәктәп-интернатҡа Рәми Ғарипов исеме бирелә. Уның тарафынан Өфөлә 1-се лицей-интернат музейы, интернаттың үҙендә Мостай Кәрим, Рәшит Ниғмәти, Рәми Ғарипов музейҙары асыла.

Ильяс Вәлиевтың тормошо һәм ижады тураһында “Ильяс Вәлиев: портретҡа штрихтар” китабы, тормошо һәм фәнни-педагогик эшмәкәрлеге тураһында “Инсан. Ильяс Вәлиев!” документаль фильмы донъя күрҙе.

Фәниә ӘСӘҘУЛЛИНА,

Өфө ҡалаһы.