- Ни өсөн нәҡ милли музыка ҡоралдарын һайланығыҙ? Уларҙың ҡай-һыһы иң ҡатмарлыһы?
- Мин ҡурайҙа, бер нисә төр ҡумыҙҙа (ағас, тимер), думбырала, жалейкала (рус халыҡ тынлы музыка ҡоралы – мөхәррир), словак фуярында, әрмән дудугында, төрөк зурнаһында, инглиз тинвистлында, флейтала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнай беләм. Миңә донъя халыҡтары мәҙәниәтен музыка аша өйрәнеү ҡыҙыҡ, сөнки музыка – универсаль тел, уны ҡайҙа барһаң да аңлайҙар.
Ә яңы музыка ҡоралдары был мөмкинлекте бирә, шуға күрә ҡайҙа ғына булһам да халыҡ инструменттарын эҙләйем, уларҙа уйнарға өйрәнергә тырышам. Уларҙың күпселеге – тынлы, шуға дөйөм принциптары оҡшаш. Ҡурай – иң ауырҙарының береһе булып ҡала. Ә унда мин ете йәшемдән уйнағас, башҡа ҡоралдарҙа уйнау әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Дөрөҫөн әйткәндә, тағы ла әрмән дудугы ярайһы уҡ ҡатмарлы, ләкин мин көн һайын репетиция яһайым һәм тыңлаусыларымды хайран итергә тырышам.
- Халыҡ көйҙәренә һөйөү ниҙән башланды һәм уларҙа уйнау теләге барлыҡҡа килде?
- Мин музыкаль ғаиләлә үҫтем. Ағайым – виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов илебеҙҙән алыҫта ла билдәле. Атайым да музыка ҡоралдарында бик яҡшы уйнай, унан шәп артист килеп сығыр ине, ләкин тура килмәгән. Шуға күрә бәләкәй генә сағымдан мин уның төп тамашасыһы, ә һуңынан уҡыу-сыһы ла булдым. Йоҡлар алдынан ул миңә ҡурайҙа уйнай торғайны. Халыҡ йырҙарын йырланы. Минең телем асыл-ғас, ул миңә халыҡ йырҙарын өйрәтте. Тәпәй киткәс – халыҡ бейеүҙәрен. Шулай итеп, бәләкәй саҡтан уҡ мин халыҡ мәҙәниәтенә сумдым. Өҫтәүенә бик иртә һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланым, сығыштар һәм еңеүҙәр мине ҡанатландырҙы. Мин артист булырға ныҡлы ҡарар иттем, тик йүнәлеште оҙаҡ эҙләнем.
Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында “тромбон” буйынса уҡығанда, параллель рәүештә вокал, бейеүҙәр менән шөғөлләндем, КВН-да уйнаным. Үҙ концерттарым хаҡында хыялландым, шуға күрә сығыштарҙы дөрөҫ ойоштороу күнекмәләренә эйә булыу өсөн “Режиссура һәм актер оҫталығы” һөнәре буйынса Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сән-ғәт институтына уҡырға индем.
База белеменә эйә булғас, ситтән тороп уҡыуға күстем һәм Стәрлетамаҡтағы бейеү театрына киттем. Йыл ярым эсендә профессиональ оҫталыҡ кимәленә ирештем. Шунан Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов менән танышып, уның “Айҙар” театр-студияһында тотош бер ижад миҙгеле эшләнем. Шулай уҡ йырлап та ҡараным: композитор һәм йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин менән бергә баш-ҡорт телендә ике йыр яҙҙырҙым һәм клип төшөрҙөм. Тик бер ваҡыт ҡулыма ҡумыҙ һәм башҡа бер-ике музыка ҡоралы алмайынса, мин ҡәнәғәтлек кисермәнем. Күңелемә нисек ята, шулай уйнаным. Ниндәйҙер яңы һәм ғәҙәти булмағанса, бығаса бер кемдә лә булмаған бер нәмә килеп сыҡты. Шуның менән шөғөлләнергә булдым да инде.
- Һеҙҙең проектта күптәрҙе үҙегеҙгә ҡарата алырлыҡ нәмә бар: традициялар һәм хәҙерге заман компромисы. Бер йыр менән төрлө йәштәге тамашасыларға ярарға тырышыу ни тиклем ауыр?
- Традициялар һәм уларҙың заманса интерпретацияһы, тәү сиратта, минең башымда үрелә. 21 быуатта йәшәйбеҙ – беҙ барыһын да ата-бабаларыбыҙ кеүек түгел, ә икенсе төрлө ҡабул итәбеҙ һәм аңлайбыҙ. Шулай ҙа мин көй менән ни әйтергә теләгәндәремде еткерә алам. Берҙән-бер ҡыйынлыҡ музыкалағы тенденцияларҙың бик тиҙ алмашынып тороуына ҡайтып ҡала: ай һайын тиерлек ниндәйҙер яңы нәмә барлыҡҡа килә. Заман менән бергә атларға, ниндәйҙер бер осорҙа тотҡарланып ҡалмаҫҡа теләйем. Сөнки минең музыкамдың белем биреү потенциалы ҙур – мәктәптәрҙә һәм һәр төрлө фестивалдәрҙә йәштәр алдында сығыш яһайым. Миңә уларҙың композицияларҙы “үҙҙәренеке” итеп ҡабул итеүе, яратыуы һәм плей-листарына өҫтәүҙәре мөһим. Хәҙер тик шулай ғына мәҙәниәт яңы быуын аҡылдарына үтеп инә ала. Әхлаҡлаштырыу һәм ҡәт-ғилек аша түгел, ә “минеке бөтә замансанан, сит илдекенән кәм түгел” тигән ғорурлыҡ аша.
- Ундай музыка йышыраҡ ҡайһы ерҙә урынлы булып сыға?
- Ысынында бөгөн заманса башҡорт музыкаһы һәр ерҙә талап ителә. Хөкүмәт сараларында ла, спорт ярыштарында ла. Беҙҙең тректар аҫтында планеталағы иң көслөләр титулы өсөн көс һынашырға ҡағиҙәһеҙ көрәшеүселәр майҙанға сыға. Ә Башҡортостандың модель агентлыҡтары милли костюмдарҙағы дефиле һәм һәр төрлө халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеү өсөн беҙҙең композицияларҙы һайлай. Мәҫәлән, минең музыка яңғыраған иң һуңғы ваҡиға-ларҙың береһе 2017 йыл аҙағында Эльвира Ишморатованың “Стихия” студияһы модалар күрһәтеүе булды.
- Рәсәй сәхнәһенә юл ярыу өсөн ниндәй федераль шоуҙа сығыш яһарға теләр инегеҙ?
- Былтыр мин “Минута славы” проектына барҙым, өс турҙы үттем. Тағы ла заявкалар биреүҙе планлаштырам. Мин тамашасыларҙың тәьҫирен күрҙем, улар минең номерҙарҙы дәррәү ҡабул итте, улар өсөн был ниндәйҙер ҡабатланмаҫ нәмә ине. Этно модала. Ә музыканың сиктәре юҡ: беҙ төрлө ҡоралдарҙа уйнайбыҙ, ләкин көйҙәр үҙҙәре һәр төрлө континентта бөтәһенә лә аңлашыла. Шуға күрә пландарҙа концерттарҙы Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдә, шул иҫәптән Европала ла ҡуйыу. Әйткәндәй, европалылар беҙҙең мотивтарҙы бик тә ярата, оялып тормайҙар, бейергә төшөп китәләр.
- Проектты үҫтереүгә дәүләттән грант алырға теләр инегеҙме? Ғөмүмән, республикала тармаҡҡа грант ярҙамын нисек баһалайһығыҙ? Һеҙҙеңсә, ни өсөн йырсы Златаны күтәреү кеүегерәк ҡайһы бер проекттар уңыш-һыҙлыҡҡа осраны, ә фильмдар (гранттар “Визит”, “Из Уфы с любовью”, “Бабич” фильмдарына бирелде – мөхәррир) төшөрөү үҙен тулыһынса аҡланы?
- Мин был мәсьәләләргә бер ҡасан да төшөнмәнем. Гранттар үрләргә бик ныҡ ярҙам итә тип иҫәпләйем, таланттарға ярҙам итергә кәрәк. Шулай ҙа әгәр үҙ ижадыңды дәүләт ярҙамынан башҡа тарата алаһың икән, был хатта яҡшыраҡ та – бюджет аҡсалары әйҙә мөһимерәк социаль проблемаларҙы хәл итеүгә кит-һен.
Заһир Зәйнетдинов 1994 йылда Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Һөләймән мәктәбендә, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыған. Музыкант – мультиинструменталист, “Зәйнетдин” этно-шоу проекты солисы. Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы гран-прийын алыусы, “Бөтә донъя күскенселәр уйындары”нда, Төркиәләге этнофестивалдә, Алтай халҡының “Эл-ойын” Төбәк-ара уйынында ҡатнашыу-сы. Күп кенә республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара башҡарыусылар конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе.