Башҡортостандың Мәсетле районында Аҡа йылғаһы буйында ҡайын урманына терәлеп ятҡан, һигеҙ километрға һуҙылған ҙур, ғәжәйеп матур Оло Аҡа ауылы бар. Шул ауылда 1953 йылдың 25 ғинуарында Хановтар ғаиләһендә көтөп алынған малай – Илдус донъяға килә. Әммә тормош уға бала сағында уҡ ҙур һынау әҙерләп ҡуйған була. Беренсе класҡа барып, өс көн уҡыуға, атаһы ваҡыт-һыҙ донъя ҡуя. Ғаиләлә иң өлкәне булғанлыҡтан, ул йәшләй тол ҡалған әсәһенә терәк, бер ир һәм дүрт ҡыҙ туғанына үрнәк булып үҫә. Мәктәптә тырышып уҡыған малай туғыҙынсы класта Ҡазанда йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа барған еренән Татарстандың баш ҡалаһына ғашиҡ була. Тап шул саҡта ул уҡыуын шунда дауам итергә ҡарар итә. Әсәһе лә улының хыялына ҡаршы килмәй, фатихаһын бирә.
1970 йылда Илдус Ҡазанға китә. Имтихандарын уңышлы ғына тапшырған егет химия-технология институтының механика факультетына уҡырға инә. Биш баланы яңғыҙ үҫтереүсе әсәһенән ярҙам көтөп ятмай егет, беренсе курсты тамамлауға студенттар отряды менән Пермгә барып, урман да киҫә, тимер юлы һалыуҙа ла ҡатнаша. Икенсе йылына иһә, Татарстандың эске эштәр министрлығына ҡараған балалар баҡсаһына ҡарауылсы булып эшкә урынлашып, уҡыуын дауам итә. Бындағы эш уның яҙмышын хәл итә, буласаҡ тормош иптәше – шәфҡәт туташы булып эшләгән йәш кенә сибәр ҡыҙ Вәсиләне осрата. Бер йылдан улар өйләнешә, 1975 йылда беренсе сабый-ҙары Илсур донъяға килә. Вәсилә бала тыуҙырыу йортонан сығыуға, уларға өс бүлмәле фатирҙан бүлмә бирәләр.
Уҡыуын тамамлағас, 1976 йылда дары заводының фәнни-тикшеренеү институтында эш башлай. Ғаиләләренә йәм биреп, ҡыҙҙары Гөлнара һәм Гөлшат тыуа. Ғаилә ишәйгәс, Илдус Лоҡман улы, фатир яғын да яҡшыртыу маҡсатында, Татарстандың “Татмелиоводхоз” дирекцияһына урынлаша.
37 йылдан ашыу ғүмерен мелиорацияға бағышлаған Илдус Хановҡа техник бүлек һәм сәнәғәт-техник бүлек етәксеһе, өлкән инженер булып эшләргә тура килә. “Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге өлөшө өсөн” һәм “Ҡазандың 1000 йыллығы” миҙалы, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән Илдус Ханов бөгөн “Татмелиорация” траст компанияһы ААЙ-һының төҙөлөш буйынса генераль директор урынбаҫары. Эшен яратып, ҙур яуап-лылыҡ менән башҡарыусы белгестән Татарстандың 43 районындағы парк-тар, быуалар, совхоздар тураһында төндә уятып һораһаң да барыһы тураһында биш бармағылай һөйләп бирәсәк.
Тормош юлдарын һикәлтәһеҙ генә үтеү мөмкин түгел шул. Илдус әфәндегә көтмәгәндә яман шеш диагнозы ҡуйылғас, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай була.
Вәсилә ханым балаларын да тәрбиәләй, ирен дә сабый балалай ҡарай, эшкә йөрөргә лә өлгөрә. Операциянан һуң, иртәнге биштә тороп, эшкә киткәнсе ирен тәрбиәләү, күпме табип ишектәрен шаҡыу – береһе лә буш-ҡа китмәй. Операциянан һуң өс ай үтеүгә, Илдус Лоҡман улы, өйҙә тик ята алмайым, тип эшкә сыға. Шулай итеп, ул хәләл ефете ярҙамында һәм эш менән яман сирҙе еңеп сыға.
Әле Хановтар Ҡазандағы йорттарында улдары Илсурҙың ғаиләһе менән бергә йәшәй. Кешеләрҙә гел яҡшылыҡ ҡына күрергә күнеккән Илдус ағай балалары, нәҫеленең киләсәге хаҡында ҡайғырта. Үткән йәй ул тыу-ған йортонда шәжәрә байрамы уҙғар-ған. Унда Хановтар нәҫеленең 90-лап вәкиле йыйылған.
Бөгөн дә яңы ҡауышҡан парҙар кеүек бер-береһенә яратып, хөрмәт менән ҡараусы Вәсилә ханым менән Илдус әфәндегә һоҡланмай мөмкин түгел. Ҡартайырға ла, күңелһеҙ уйҙар-ға бирелеп ултырырға ла ваҡыттары юҡ уларҙың. Буш мәлдәрендә икеһе лә спортзалға йөрөй, ейәндәрен тәрбиәләргә булыша. Вәсилә апай көн һайын үҙ икмәген һала, төрлө курстарға йөрөй, ни ҙә булһа яңы нәмәгә өйрәнә, ә Илдус ағай эштән һуң йорт тирәһен нығытыу, төҙөү менән мәшғүл.
Һәр кем өсөн үрнәк булырҙай пар-ҙан бәхет сере хаҡында һорашам. Илдус әфәнде йылмайып: “Уның сере бик ябай – бер-береңде һаҡлап йәшәүҙә”, – ти.
(“Шәһри Ҡазан” гәзите, 24.01.2018. Текст ҡыҫҡартып алынды).