Мәсетле тормошо
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ
20 Ноябрь 2017, 02:00
Лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтты
Оло Ыҡтамаҡтан Александр Сай мәктәпте 2014 йылда тамамлаған, берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшыр-ғандан һуң Екатеринбург ҡалаһындағы Рәсәй дәүләт һөнәри-педагогик университетына уҡырға инә. Өсөнсө курстан йәш егет академик отпуск алып, үҙ теләге менән Ватанды һаҡларға китә. Йәш яугир Ырымбур ҡалаһының Баш разведка идаралығы разведкаһында хеҙмәт итә. Хәрби уҡыу һәм хеҙмәт барышында ул үҙ хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, ышанып тапшырылған ҡоралды һәм хәрби техниканы үҙләштерә, тырышлыҡ һәм профессионализм күрһәтә. Хәрби әҙерлек күнекмәләрендә бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Подразделениеһының һәм частың мәҙәни-ял һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттәштәренә ярҙам күрһәтә һәм контролде бойомға ашыра. Ошо сифаттары арҡаһында һалдат, юғары әхлаҡи сифаттар, ғәскәри туғанлыҡҡа тоғролоҡ өлгөһө булып, хеҙмәттәштәре араһында хаҡлы ихтирам менән файҙалана. Хәрби бурыс һәм намыҫ төшөнсәләре, әхлаҡи тәртип нормалары тураһында Александр ныҡлы ҡараштарға эйә. Һалдаттың әсәһе Светлана Викторовна 63180-се ғәскәри часть командиры полковник А. Мазайкиҙан: “Улығыҙҙы яҡшы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ. Улығыҙ, Бөйөк Рәсәйҙең лайыҡлы һаҡсыһы, менән Һеҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, – тигән һүҙҙәр менән эстәлекле хат алған. Хәҙер инде Александр армиянан ҡайтҡан, вуздағы уҡыуын дауам итә. Өйләнеп тә өлгөргән, кәләше менән ул тәрбиәләйҙәр. Һүрәттә: Александр Сай.
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?