Мәсетле тормошо
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ
5 Сентябрь 2017, 02:00
Тыуған еренән илһам алып
Бөйөк шағир Мостай Кәрим ҡасандыр тыуған Башҡортостаныбыҙҙы ҡайын япрағы менән сағыштыра, ә ҡайынды – икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй менән. Беҙҙең район кешеләре тураһында һөйләгәндә, мин районыбыҙҙы тамырҙары бөтә ергә таралған ҙур ағас менән сағыштырырға баҙнат иттем. Яҡташтарыбыҙ, ошо тамырҙар кеүек, бөтә Рәсәйгә таралған. Ә тыуған яҡтары уларҙы изге эштәргә илһамландыра. Күп яҡташтарыбыҙ үҙ хеҙмәте менән тыуған районын данлап йәшәй. Шуларҙың береһе – Баш- ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Ваһабил Мөхәмәтйән улы Ваһапов. Зөһрә ҒӘНИЕВА. Ваһабил ағай сығышы менән Тәкә ауылынан. Теләштә һигеҙ йыллыҡ һәм Оло Аҡала урта мәктәпте тамамлағандан һуң, “Коммунист” колхозы һәм Мәсетле колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы объекттарында эшләй. Ватаны алдында хеҙмәт итер ваҡыт еткәс, бик ҙур теләк менән армияға китә. Ҡатмарлы осорҙа хеҙмәт итергә тура килә уға – Чехословакияла болалы ваҡыт була. Алты ай хеҙмәт иткәндән һуң, Ваһабил Мөхәмәтйән улы “Хәрби батырлығы өсөн” наградаһы менән бүләкләнә. Германиянан демобилизациялана. Донъя күргәндән һәм кем булырға теләгәнен аңлағандан һуң, Өфө медучилищеһына уҡыр-ға инә. Ул саҡта ауылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй. Уның тыу-ған төйәгендә өс ауылға бер медпункт эшләй, унда бер шәфҡәт туташы хеҙмәт итә. Ваһабил ағай стоматологияны һайлай, сөнки күп кешеләрҙең теше һыҙлап интегеүен күрә. Шулай итеп үҫмер саҡта юрист булырға хыялланған егет башҡа йүнәлеш буйынса китә. Йәш дипломлы белгес яҡташтарына хеҙмәт итеү теләге менән яна, ләкин уны Ҡыйғы район дауаханаһына йүнәлтәләр. Ул дәртләнеп эшкә тотона, пациенттарҙы поликлиникала ғына ҡабул итеү менән сикләнмәй – колхоз һәм совхоздарға сыға, урындағы фельдшер пункттарында тракторсыларҙы, һауынсылар-ҙы дауалай. Тиҙҙән йәш табиптың һәләтен белеп ҡалып, уға Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай райондарынан, хатта Һатҡы ҡалаһынан мөрәжәғәт итә башлайҙар. Ләкин Ҡыйғы районы уның төйәге була алмай – поликлиника мөдире итеп тәғәйенләгәс, табиптар араһында (күбеһе ҙур түрәләрҙең ҡатындары була), урта белемле кеше беҙгә хәҙер команда бирәме инде, тигән хәбәрҙәр китә. Ул ваҡытҡа инде ғаиләһе булған яҡташыбыҙ комсомол путевкаһы буйынса “Ашығыс ярҙам”да шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡатыны Филиза һәм ҡыҙы Эльвина менән Өфөгә йүнәлә. Ирле-ҡатынлы медицина институтында белем алалар, ә ҡыҙҙары балалар баҡсаһына йөрөй. Бала тәрбиәләүҙә әллә ни ҡыйынлыҡтар булмай, һабаҡташтары ла бик теләп ярҙам итә. Өфөлә уларҙың ғаиләһе тағы ла бер кешегә арта – улдары Ринат тыуа. Бөгөн Эльвина Ваһабил ҡыҙы республика Пенсия фондында эшләй, улдары Ринат – банк филиалы начальнигы. Баш ҡалала яҡташыбыҙ хирург-стоматолог була, республика стоматология поликлиникаһының профилактика бүлеге мөдире, “Йоматау” шифаханаһында дөйөм мәсьәләләр буйынса баш табип урынбаҫары, дауалау һәм сервис эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаларында эшләй. “Ассы” шифаханаһын тергеҙеүҙә ярҙам итә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелә. Филиза Фәрит ҡыҙы бөгөн дә Өфө ҡалаһының 5-се клиник дауаханаһында табип-терапевт булып эшләп йөрөй. Ваһабил ағай, тыуған яғын һағынып, йыш ҡына ауылына ҡайта. Ярай әле унда көтөр кешеһе бар – бер туғаны Әлифйән ғаиләһе менән Тәкә ауылында йәшәй. Бала саҡ дуҫтары Люция Ғәниева (Закирйәнова), Миндиғәли Ибраһимов, Феликс Ғәлимов (хәрби летчик, Краснодарҙа йәшәй), Зөфәр Әсмәндиәров менән осрашып һөйләшеүҙәр – үҙе бер ҡыуаныс. Уҡытыусылары Тәмимә Саҙиҡ ҡыҙын, Роза Ғарифулла ҡыҙын, Фәхрәзи Әхәт улын, Һиҙиәт Шамил улын, Бәһиә Йәғәфәр ҡыҙын хөрмәтләп иҫкә ала. Ваһабил Мөхәмәтйән улы баш ҡалала йәшәһә лә, ауылдаштарын онотмай. Улар өсөн бик күп изге эштәр башҡара атҡаҙанған табип: ҡайтҡанында ауыл медпунктында өс ауыл халҡының тештәрен дауалай, үҙәк архивта мәктәп тарихын өйрәнә һәм музейға тапшыра. Ә инде ауылдаштары Өфөгә килгәндә, уларға ҡунырға инеп йөрөй, был уның ғаиләһенең ҡунаҡсыл булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең герой таныш ялан һәм баҫыуҙар буйлап йөрөргә, урманының саф һауаһын һуларға ярата. Бер генә нәмә борсой уны – бик күп ағастар ҡырыла, уларҙан һуң, етмәһә, сүп-сар ҡала. “Аҙаҡтан ошо сүп-сарҙы таҙарталармы, яңы ағастар ултырталармы, билдәһеҙ”, – ти ул.Бөгөн Ваһабил Мөхәмәтйән улы хаҡлы ялда. Ләкин быны тыныс ял тип әйтеп булмай – ул ҡала ситендә умарталыҡ тота. Хеҙмәт – ул хәрәкәт, ә хәрәкәт – ул тормош. Оҙаҡ йыл- дарға һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, Ваһабил ағай!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?