Ирле-ҡатынлы Анна һәм Василий Наливайколарҙың Березовский ҡалаһына күсеп килеүҙәренә быйыл 20 йыл тула. Башта улар был төбәктән бер генә кешене лә белмәй, ә хәҙер исемдәре күптәргә таныш, бигерәк тә Березовский ҡалаһы балаларына. Улар икеһе лә – педагог, рәссам, ижади шәхестәр.
– Әгәр ҙә ҡатыным, әйтәйек, бухгалтер булһа, беҙҙең арала шундай бер-ҙәмлек тыумаҫ ине, моғайын. Ә былай ул мине яҡшы аңлай, – ти Василий Иванович.
9-сы мәктәптә һынлы сәнғәт һәм “Самородок” художестволы студияһы педагогы Василий Наливайко бында уҡытырға ҡатыны менән килә. Ҡасандыр ошо студияға Анна Константиновна нигеҙ һала, бөгөн ул 33-сө мәктәптә белем бирә.
“Самородок” студияһына 1-ҙән 9 класҡа тиклем 130 егет һәм ҡыҙ йөрөй. Бында кемдер һынлы сәнғәт менән етди шөғөлләнә, кемдер ваҡытын файҙа менән үткәреү өсөн йөрөй. Педагог әйтеүенсә, бөтә балалар ҙа талантлы – уны бары ваҡытында күрә белергә генә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт Василий Иванович ата-әсәләргә балаларын спортта һынап ҡарарға кәңәш итә. Ҡайһы бер уҡыу-сылары менән ул ғорурлана: тәрбиәләнеүселәре Мәскәү һәм Пенза ҡалаларында үткән Бөтә Рәсәй художестволы конкурстарҙа беренсе урындар яулай, улар араһында остаздарының һөнәри юлын дауам итеүселәр ҙә бар. “Иң талантлы балалар уҡытыусы тәҡдим иткәнде һирәк теләп эшләй, – ти Наливайко, – сөнки уларҙың үҙ донъяһы, идеяһы, ҡарашы бар”.
9-сы мәктәп стеналары Василий Иванович рәсемдәре менән биҙәлгән. Нигеҙҙә улар киң билдәле картиналар күсермәһе, мәҫәлән, “Өс батыр” һәм баш-ҡалар. Ҡайҙалыр – графика, башлан-ғыс класс кабинеттары эргәһендә – балалар тематикаһы. Картиналарҙы һаҡлауы еңелерәк булһын өсөн, улар ДВП-ға төшөрөлгән.
– Шундай кәйеф була – һүрәт төшөргө килә, ә тормош башҡа менән шөғөлләнергә мәжбүр итә, мәҫәлән, баҡсала кәртә емерелгән, – тип аңлата ижади ғазап үҙенсәлектәрен Василий Иванович. – Ул саҡта ҡыҙыу булып китәм, ләкин барыбер башта көнкүреш эштәре, әлеге мәлдә мөһимерәк булған нәмәләр менән булам.
Наливайко заказдар буйынса ла эшләй. Һуңғы ваҡытта абстракт сәнғәт файҙаһына реализм һәм классиканан бер ни тиклем ситләшкән, ләкин ул төрлө жанрҙа эшләй ала. Яҙын Масленица байрамы буйынса ҙур панорамалы картинаһын тамамлаған. Уны яҙыу өсөн рәссам байрамға бара, бер нисә сюжетты фотоға төшөрә (конкурстар, тауҙы алыу, уйындар, гер күтәреү, халыҡ коллективтары концерты), артабан буяуҙарға тотона.
Дистанцион һәм квалификацияны арттырыу курстары, Екатеринбург галереяларында күргәҙмә эшмәкәрлеге (хаҡы 20-30 мең сиктәрендә тирбәлә), ҡала педагогтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреү – Наливайконың тормошо тулыһынса сәнғәткә бағышланған.
– Илһамды көтөп ала алмауың бар, уның ҡайҙалыр йүгереп йөрөүе ихтимал. Ләкин һин йөрөйһөң, эстән һине нимәлер этәргән кеүек, ултыраһың һәм эскиздар һыҙғылай башлайһың, – ти рәссам. – Шул саҡ илһам һинең эшләй башлағаныңды тойоп килә лә инде. Нигеҙҙә яҙыу теләге әкренләп өлгөрә.
Василий Наливайко сығышы менән Украина яҡтарынан. Ғаиләһендә бер кемдең дә буяуҙарға һәм бумалаға мөнәсәбәте булмаһа ла, ул үҙен белгәне бирле һүрәт төшөрә. Тыуған ауылында художество мәктәбе булмай. Уға төрлө стена гәзиттәрендә карикатуралары өсөн хулигандарҙан йыш ҡына эләгә.
– Альбом бөтһә, стеналар буйлап һүрәт төшөрөргә китә инем, гуашь бөтһә, теш порошогын алып һыуҙа иреттем, – тип хәтерләй Василий Иванович. –Бер ваҡыт дәрес ваҡытында ижад итеп ултырам, уҡытыусы күрһә лә киҫәтмәне, сөнки мин Лениндың портретын төшөрә инем.
1982 йылда ул Сорғот ҡалаһына күсеп килә, унда ун йыл йәшәй. Шунда өйләнә, тағы ла бер нисә тапҡыр күсергә тура килә, ләкин 1997 йылда ирле-ҡатынлы Березовскийҙа төпләнергә хәл итә. Ижади пландарҙы һәм теләктәрҙе мегаполис эргәһендә тормошҡа ашырыуы еңелерәк булыр төҫлө тойола. Ә пландар ғәйәт ҙур була: Василий Иванович һәр ваҡыт таланты менән тығыҙ бәйләнештә булған өлкәлә генә эшләй. Ул Түбәнге Тагил педагогик институтының художество-графика факультетын тамамлай.
90-сы йылдарҙа күп ғаиләләр ауырлыҡ кисергәндә, ул ағас менән эшләй – заказға мебелдәр етештерә. Хәҙер баҫҡыстар, өҫтәлдәр, ултырғыстар әҙерләмәһә лә, уның өйөндә бөгөнгә тиклем ике оҫтахана бар: береһе һынлы сән- ғәт өсөн тәғәйенләнһә, икенсеһендә ағас еҫе аңҡый.
(”Золотая горка” гәзитенән,