Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лайыҡлы ул үҫтергән

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Айрат Яубаширов Төньяҡ Кавказдағы зенит-ракета ғәскәр-ҙәрендә намыҫлы хеҙмәте менән үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтә.

Лайыҡлы ул үҫтергән
Лайыҡлы ул үҫтергән

Ул Башҡорт гимназияһын тамамлап, Дыуан күп профилле колледжы филиалында уҡый һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ошо көндәрҙә уның Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе әсәһе Гөлнара Яубаширова хәрби часть командиры подполковниктан Рәхмәт хаты алды.
“Хәрби часть командованиеһы Һеҙгә улығыҙ Айратты тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерә. Беҙҙең часта хеҙмәт иткәндә Айрат хәрби бурысты үтәү, башҡарыусанлыҡ, тәртип, эш һөйөүсәнлек һәм әүҙем тормош позицияһы өлгөһө булып тора.
Хәрби хеҙмәткәргә кәрәкле белем һәм оҫталыҡты ныҡышмалы туплап, ул – хеҙмәттәштәре өсөн ысын өлгө. Һеҙ улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, – тиелә хатта.
Йәш яҡташтарыбыҙҙың тыуған төйәктәренән ситтә лә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүе ҡыуандыра. Тимәк, Мәсетле ере үҙ улдарын лайыҡлы тәрбиәләй.

Автор:Лариса Михалькова