Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Армия биргән һабаҡтар артабанғы тормошта кәрәк буласаҡ

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яҡташыбыҙ Венер Яҡупов 2020 йылдың октябренән 2021 йылдың октябренә тиклем Тарасовка ауылындағы 43431-се ғәскәри частың элемтә батальонында элемтә ротаһы водитель-электригы вазифаһында хеҙмәт итте. Венер Илгиз улын өйҙә әсәһе Зарифа Камил ҡыҙы менән ике ҡустыһы көттө.

Армия биргән һабаҡтар артабанғы тормошта кәрәк буласаҡ
Армия биргән һабаҡтар артабанғы тормошта кәрәк буласаҡ

Элемтә батальоны командиры, подполковник П. Федоров ҡулынан алынған хеҙмәт характеристикаһынан күрене-үенсә, хеҙмәттән бушатылған саҡта рядовой Венер үҙен хәрби бурысын үтәүгә намыҫлы ҡараған дисциплиналы, башҡарыусан хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәткән.
Хәрби уҡыу һәм профессияны үҙләштереүҙә, шулай уҡ вазифа һәм махсус бурыстарҙы үтәүҙә тырышлыҡ күрһәтә. Айырыуса автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереүҙә айырылып тора. КамАЗ-43114 автомобилен дөрөҫ файҙаланыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.
Теоретик белемен һәм практик оҫталығын арттырыу өҫтөндә даими эшләй. Билдәләнгән бурыстарҙы, шул иҫәптән шәхси состав һәм йөктәрҙе ташыу буйынса элемтә батальоны командиры ҡуйған йөкләмәләрҙе үтәүгә намыҫлы ҡарай.
Хеҙмәттәштәре менән яҡшы мөнәсәбәттә була, юғары эш һәләте менән айырыла. Коллективта лайыҡлы абруй һәм хөрмәт ҡаҙана.
– Армияла хеҙмәт итеү минең өсөн көтөлмәгән хәл булманы, – тип хәрби хеҙмәт тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлаша Венер. – Бының өсөн ныҡ әҙерләнгән инем: әхлаҡи яҡтан да, физик яҡтан да. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләндем. Шуға күрә тиҙ яраҡлашып, барлыҡ ҡатмарлыҡтарҙы ла еңеп сыҡтым. Әсәйем менән бер туғандарымды ла онотманым: хеҙмәттән буш ваҡытта уларға шылтыратып, һалдат тормошонан алған тәьҫораттар менән уртаҡлашырға тырыштым. Һәр йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡараным. Көн һайын сафта атлау, марш-бросок, атыу, күнекмәләр – хеҙмәт үҙенең армия закондары буйынса барҙы. Армияла хеҙмәт итеү ихтыяр көсөн һәм холоҡ-фиғелде сыныҡтыра, ҡыйыу һәм сыҙамлы итә, тип әйтә алам.
Бер йыл хеҙмәт артта ҡалды. Был әллә ни күп ваҡыт түгел дә һымаҡ, әммә армияла уҙған көндәр ғәҙәти, яҡшы көйләнгән тормоштан күпкә айырылып тора. Һис шикһеҙ, армия өйрәткән яҡшы ғәҙәттәр уның артабанғы тормошонда ла кәрәк буласаҡ.
Надежда Галанова.

Автор:Лариса Михалькова