Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хужиндар ғаиләһе хәрби частан рәхмәт хаты алды

Зилә Марс ҡыҙы һәм Юрик Юрис улы Хужиндар исеменә рәсми хат килде.

Хужиндар ғаиләһе хәрби частан  рәхмәт хаты алды
Хужиндар ғаиләһе хәрби частан рәхмәт хаты алды

Был хат уларҙың улдары Азаттың хеҙмәт иткән ерендә барыһы ла яҡшы икәнлегенә ышаныс тыуҙырҙы. “Хәрби часть командованиеһы беҙҙең часта хәрби хеҙмәт үткән Һеҙҙең улығыҙ, рядовой Азат Юрик улы Тыуған ил алдында хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне хаҡында тәрән ҡәнәғәтлек тойғоһо менән хәбәр итәбеҙ, – тип яҙыла хатта. – Һеҙҙең улығыҙ үҙенең яҡташтары һәм частың шәхси составы өсөн ҙур өлгө. Ошондай ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, Һеҙ уның менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ. Хөрмәт менән 36411-се хәрби часть командиры полковник Р. Байрамов”. Шулай уҡ хеҙмәт бурысын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән инициатива, тырышлыҡ һәм юғары хәрби дисциплина өсөн хәрби часть грамотаһы менән бүләкләнгән.
Азат Приморье өлкәһе Уссурийск ҡалаһында медицина часында хеҙмәт итә. Хеҙмәткә алынғансы Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡорт гимназияһын тамамлай, һуңынан – Красноуфимск медицина техникумын. Хеҙмәткә алыныр алдынан ғына ҡулына һөнәри белем алыуын раҫлаусы диплом ала.
Хужиндар ғаиләһе лайыҡлы ул тәрбиәләгән!

Автор:Айгуль  Шарапова