Бөтә яңылыҡтар

Хәрби бурысын өлгөлө үтәй

Яңы Яуыш ауылынан Ирина һәм Данил Хисмәтуллиндар ошо көндәрҙә 84839-сы ғәскәри часть командиры гвардия подполковнигы А. Ниловтан рәхмәт хаты алды. Унда Рәсәй армияһы һалдаты Наил Хисмәтуллиндың хәрби бурысын өлгөлө үтәүе тураһында яҙылған.

“Хөрмәте Ирина Борис ҡыҙы һәм Данил Рафай улы! Һеҙҙең улығыҙ Наил Хисмәтуллиндың үҙенең бурысын өлгөлө үтәүе хаҡында хәбәр итәм һәм рәхмәтемде еткерәм. Хеҙмәт итеү барышында ул тырышлыҡ, дөрөҫ инициатива, юғары профессионаллек күрһәтә. Командирҙар һәм хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яуланы. Юғары әхлаҡ, хәрби туғанлыҡҡа тоғролоҡ, бурыс һәм намыҫ сифаттары өлгөһө булып тора. Хәрби хеҙмәт – тыуған илде яҡларға һәләтле ҡыйыу һәм көслөләр эше. Бөйөк Рәсәйҙең ышаныслы һаҡсыһы менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ!”
Ирина Борис ҡыҙы һәм Данил Рафай улы дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Наил – ғаиләлә өсөнсө. Мәктәптә тыныс була, яҡшы уҡый, спорт һәм бейеү менән шөғөлләнә, шиғыр уҡыу конкурстарында, КВН-дарҙа ҡатнаша. Ул – йүгереү буйынса район ярыштары еңеүсеһе. Мәктәпте тамамлағандан һуң И. И. Ползунов исемендәге Урал дәүләт колледжына уҡырға инә. Наил уҡыуын бүлдереп, хәрби хеҙмәткә китә. Был ҡарарға аңлы рәүештә килә. Ул Ростов өлкәһенең танк ғәскәрендә хеҙмәт итә.
Хисмәтуллиндарҙың өлкән улдары Вадим алыҫ Себер тарафтарында быраулаусы булып эшләй, ҡыҙҙары Лиана – Екатеринбург ҡалаһында судья ярҙамсыһы. Ә иң кесе ҡыҙҙары Лидия – Мәсәғүт педагогия колледжы студенткаһы.
Хисмәтуллиндарҙың ҙур, татыу ғаиләһе һәм уларҙың барлыҡ туғандары Наилгә ысын күңелдән армия хеҙмәтен лайыҡлы тамамлап, өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.