Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең егет – хеҙмәт алдынғыһы

Һабанаҡ ауылы егете Хәлил Ҡасимов Мәскәү ҡалаһының Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Күптән түгел һалдаттың әсәһе Гөлнәзирә Ҡасимова улының командирынан рәхмәт хаты алды:
“Һеҙҙең улығыҙ эш һөйөүе, хеҙмәткә яуаплы ҡарауы менән командирҙар һәм хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яуланы. Ул маҡсатҡа ирешеүсәнлеге, намыҫлы, һөнәрен яҡшы белеүе, иптәштәренә хәстәрлекле булыуы менән айырылып тора, белем һәм тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән уртаҡлаша.
Хәрби часть командованиеһы лайыҡлы ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерә.
6549-сы хәрби ғәскәр командиры полковник С. А. Морозов.”
Хәлил хеҙмәткә алынғансы уҡ намыҫлы һәм яуаплы булыуы менән айырылып тора, әсәһе һәм туғандары уның менән ғорурлана. Яҡташыбыҙҙың Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итеүен күрһәткән тағы ла бер дәлил – Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәре тарафынан тапшырылған “Техник тәьмин итеү хәрби часында хеҙмәт алдынғыһы” түш билдәһе.
24 декабрҙә Хәлилдең хеҙмәт иткәненә бер йыл тула. Өйҙә һалдатты туғандары һәм яҡындары ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.