Бөтә яңылыҡтар

Мәсетле районы егете ике парадта ҡатнашты

Үткән йәкшәмбе бөтә хәрби диңгеҙселәр һәм офицерҙар Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн билдәләне.

Был байрам айҡанлы бына инде дүртенсе тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһында төп хәрби-дингеҙ парады үтте. Шулай уҡ Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтик һәм Ҡара диңгеҙ флоттары, Каспий флотилияһы берләшмәләре булған ерҙәрҙә тантана булды.
Севастополь ҡалаһында уҙған шундай парадтарҙың береһендә “Новочеркасск” ҙур десант карабы (БДК) командаһы составында Әләгәҙ ауылы егете Рафаэль Ғәлимйәнов (фотола – үрге рәттә һулдан өсөнсө) ҡатнашты.
2019 йылдың декабрь айынан Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында сроклы хеҙмәт итә ул. Владивостокта биш айлыҡ курс үтеп, карап хеҙмәте нигеҙҙәрен өйрәнә. Шунан һуң йүнәлеш буйынса Ҡара диңгеҙ флотының, “Новочеркасск” ҙур десант карабына тәғәйенләнә.
Уның өсөн был беренсе парад түгел. Ағымдағы йылдың июнь айында Дондағы Ростов ҡалаһында үткән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнал-ған хәрби парадта ҡатнаша.
– Парадҡа әҙерлек бер ай дауамында барҙы, – ти ул. – Физик яҡтан да, психологик яҡтан да еңел булманы. Әммә беҙ бирешмәнек. Һәр егет әрме хеҙмәтен үтергә тейеш тип иҫәпләйем, сөнки хеҙмәт итеү белем, түҙемлек, шәхси батырлыҡ, сыҙамлылыҡ , ҡыйыулыҡ, көс, яҡшы физик әҙерлек сифаттарын үҫтерә. Был алдағы тормошта ла бик кәрәк.
Хәрби-диңгеҙ флоты көнө тарихы
Башҡа төр хәрби байрамдарҙан айырмалы рәүештә, был көндө билдәләүҙең аныҡ көнө юҡ. Ә шулай ҙа 1939 йылда хәрби диңгеҙселәр көнөн билдәләгәндә, уны йыл һайын 24 июлдә уҙғарырға ҡарар ителә. 1980 йылдан был көн күсеп йөрөй башлай. Хәрби-диңгеҙ флоты көнө тарихы арҙаҡлы совет флот етәксеһе – Советтар Союзы флоты адмиралы Николай Кузнецов менән бәйле. Һуғыштан ике йыл алда уның тәҡдиме буйынса диңгеҙселәр-ҙең хәрби байрамы булдырыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: тәҡдим иткән етәксенең тыуған көнө менән бер көнгә тура килтереп уҙғарырға ҡарар ителә.

Байрам йолалары
Байрам флоттың шәхси составының традицион тантаналы теҙелеүенән башлана. Караптарҙа Андриевский байрағы һәм сигнал флагы күтәрелә. Ҡара диңгеҙ, Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтик флоты базаларында һәм Каспий флотилияһында хәрби парадтар үткәрелә, караптар һәм ҡорал демонстрацияһы, спорт ярыштары үтә.
Ҡыҙыҡлы факттар
Рәсәй Сириялағы Тартус ҡалаһында урынлашҡан сит ил хәрби-диңгеҙ пункты менән идара итә.
Севастополь – Ҡара диңгеҙ флоты иң ҙур базаларҙың береһе. Был ҡалаға исемде грек теле менән мауыҡҡан Бөйөк Екатерина бирә. Севастополде рус теленә тәржемә иткәндә “дан һәм баш эйеү ҡалаһы” тигәнде аңлата.
Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты составында иң оҙаҡ хеҙмәт иткән “Коммуна” судноһы то-ра. Ул 1913 йылдан ҡулланышҡа инеп, 2013 йылда йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1984 йылдан һыу аҫты кәмәләрен ҡот-ҡарыу функцияһын үтәй.
1669 йылда ПетрI Рәсәй- ҙә беренсе орден – Изге апостол Петр Первозванный ордены булдыра, дәүләт хеҙмәтен намыҫлы башҡарғандарға һәм хәрби батырлыҡтар өсөн тапшыра. Ә 1699 йылдың декабренән Андриевский тәреһе төшөрөлгән байраҡ хәрби флоттың рәсми символы булып тора.