Хатта билдәләнеүенсә, Шамил Мофазалов ата-бабаларыбыҙҙың данлыҡлы традицияларын дауам итә. хеҙмәтен алып барғанда һәм ғәскәрҙең көндәлек эшмәкәрлегенә бәйле башҡа бурыстарҙы үтәгәндә командирҙары күп тапҡыр-ҙар уны яҡшы яҡтан билдәләгән. Үҙ өлгөһөндә Шамил дуҫтарын һәм иптәштәрен илһамландыра, командирҙарына ярҙамсы булып тора, ауыр ваҡытта һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
“Һеҙ улығыҙҙа ысын ир сифаттары тәрбиәләгәнһегеҙ. Улығыҙ менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ”, – тиелә хатта.
Яҡташтарыбыҙ тураһында ошондай эстәлекле хаттар ғорурлыҡ тойғоһо уята. Уңыштар һиңә, Шамил!