Бөтә яңылыҡтар

Ватаныбыҙҙың ышаныслы һаҡсыһы

Әләгәҙ ауылынан Әлфиә һәм Марсель Әхмәровтар улдары Ильясты Ватаныбыҙҙың ышаныслы һаҡсыһы итеп тәрбиәләгән өсөн ошо көндәрҙә 54366 ғәскәри часть етәкселегенән рәхмәт хаты алды.

“911-се матди тәьминәт айырым батальонында хеҙмәт иткән ваҡытта Ильяс, дисциплиналылыҡ өлгөһө булып, үҙенең хеҙмәт бурыстарын намыҫлы һәм ғәҙел башҡара. Ул ҡатмарлы хәрби эште үҙләштерҙе, сәйәси ҡараш даирәһен киңәйтте, рухи һәм физик яҡтан нығынды.

Хеҙмәт иткәндә күрһәткән тырышлығы, өлгөлө хәрби дисциплинаһы һәм ирешкән күр- һәткестәре өсөн подразделение һәм часть командованиеһы тарафынан бер нисә тапҡыр бүләкләнде. Ысынбарлыҡтағы хәрби алышҡа оҡшаған шарттарҙа үткән хәрби әҙерлек буйынса күнекмәләрҙә ул бик белемле, ҡыйыу, инициативалы эш итте, сыҙамлылыҡ һәм тапҡырлыҡ күрһәтте, хәрби хеҙмәттә осраған ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәрҙе.

Ильяс Ватаныбыҙ алдында үҙ бурысын намыҫ менән башҡара”.