Әле кисә генә мәктәп йәки студент эскәмйәһендә ултыр-ған егеттәр иртәгә “гражданка”ларын хәрби формаға алмаштырасаҡ. Тәүҙә ауыр буласаҡ, әлбиттә, шуға күрә улар-ға өлкән иптәштәренең өгөт-нәсихәттәре мөһим. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова һәр призывниктың яугир бурысын намыҫлы үтәйәсәгенә ышаныс белдерҙе.
– Һеҙҙең ғәскәрҙәрҙә уҙғар-ған ваҡытығыҙ хәтерегеҙгә уйылып ҡалыр, ә кемдер, бәлки, армиянан яңы тәьҫораттар менән генә түгел, ә яңы һөнәр ҙә алып ҡайтыр, тип уйлайым. Иң мөһиме, онотмағыҙ – өйҙә һеҙҙе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, тыуған районығыҙ көтә.
Хәрби комиссар Рәфис Фәтихов шулай уҡ күп кенә йылы һүҙҙәр әйтте.
– Оҙаҡламай һеҙҙең өсөн тормошоғоҙҙоң файҙалы һәм ҡыҙыҡлы этабы башланасаҡ. Армияла һеҙ хәрби һөнәр генә түгел, ә артабан кәрәгәсәк тормош тәжрибәһе аласаҡһығыҙ. Яҙырға, өйҙә көтөүҙәрен онотмағыҙ, һеҙҙе иҫтә тоталар, һалдат хаттары һәр ваҡыт тәғәйенләнгән кешеләре өсөн ҡәҙерле. Командирҙар биргән кәңәштәр һәм бойороҡтарға иғтибарлы булығыҙ. Һеҙгә сабырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм был юлды лайыҡлы үтеүегеҙҙе теләйем.
Сик буйы һаҡсыһы, подполковник, хәрби хеҙмәт ветераны, Мәсетле районы Советы депутаты Алмаз Әүхәҙиев егеттәргә хеҙмәт тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә ветерандар советы рәйесе Юрис Сәфиуллин призывниктарға физик әҙерлектең армияла ғәйәт ҙур роль уйнауы, хеҙмәттәге уңыштың күбеһенсә устав нормаларын үтәүгә бәйле булыуы, армия мөхитендә намыҫ һәм әҙәплелектең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Сығышын ул иҫтәлекле сувенирҙар тапшырыу менән тамамланы.
Район мәҙәниәт йорто артистары Энгельс Ғәлиәкбәров, Наилә Сәлимова һәм “Орленок” кадет казактар класы башҡарыуындағы йырҙар призывниктар өсөн музыкаль бүләк булды.
Осрашыу һуңында егеттәр ярыштарҙағы еңеүҙәре өсөн грамоталар менән бүләкләнде. Калашников автоматын һүтеп-йыйыу буйынса 1-се урын – Илсур Насыров, 2 – Игорь Корлыханов, 3 – Максим Борханов. Гер спорты буйынса: 1 – Рәмис Саҙрыев, 2 – Артур Иванов, 3 – Руслан Ғәлиев. Турникта күтәрелеү буйынса: 1 – Азат Фәтихов, 2 – Рәмис Саҙрыев, 3 – Артур Иванов.
Беҙ ҙә, байрам ҡунаҡтарына эйәреп, армияға алыныу-сыларға тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Йәштәр үҙәгенең социаль педагогы.