Бөтә яңылыҡтар

Өлгөлө хеҙмәт итә

Беҙҙең район егеттәре хәрби хеҙмәткә бик ныҡ етди ҡарай. Ата-әсәләр адресына хәрби часть командирҙарынан килгән рәхмәт хаттары шул турала һөйләй.

Улдары армияла хеҙмәт иткәндә ата-әсәләр, әлбиттә, борсола: ул унда нисек икән, барыһы ла яҡшымы? Хәрби часть командованиеһынан һалдаттың яҡшы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаты алғас, улар-ҙың йөрәген улдарының уңыштары өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары солғап ала.

29-сы ракета дивизияһының командиры гвардия генерал-майоры Э. Старавойтенко рәхмәт хатында хәрби армия сафтарында лайыҡлы хеҙмәт иткән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Венер Вәзиров тураһында яҙа.

“Хөрмәтле Рита Ғәзиз ҡыҙы һәм Рәфҡәт Рәит улы, 59968-се ғәскәри частың командованиеһы коллективта абруй һәм хөрмәт менән фай-ҙаланған һәм дисциплина буйынса ла, хәрби бурысты үтәгәндә лә өлгө булып торған Венер улығыҙҙы яҡшы тәрбиәләгән өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерә. Улығыҙ Ватаны алдында Конституция һәм гражданлыҡ бурыстарын киләсәктә лә намыҫлы үтәйәсәк тигән ихлас ышаныуымды белдерәм. Ата-әсә бәхете, һаулыҡ һәм ғаилә именлеге һеҙгә”.

Венерҙы Ҡораллы Көстәр сафтарына былтыр алғандар. Ул Иркутск ҡалаһында хеҙмәт итә.

Э. БАҺАУЕТДИНОВА.