Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Ғинуар 2018, 17:47

Уны беҙ белмәгән көстәр ылыҡтыра

Район гәзите биттәрендә республика кимәлендә, йә булмаһа билдәле бер даирәлә танылған яҡташтарыбыҙ хаҡында йыш ҡына мәҡәләләр баҫтырып торабыҙ. Рауфан Мортазиндың исеме Өфөләге мәсетлеләргә яҡшы таныш.

Яңы тыуған йыл мәҡәләбеҙҙең геройы өсөн юбилейлы – 60 йыл элек Дыуан-Мәсетле ауылында ир бала донъяға килә. Ата-әсәһе уға Рауфан тип исем ҡуша. Әсәһе Асия Йосоп ҡыҙын уҡытыусы итеп Теләш мәктәбенә ебәргәс, биш балалы ҙур ғаилә бер ни тиклем ваҡыт Теләштә йәшәп ала, шунан яңынан Дыуан-Мәсетлегә ҡайта. Бөтә биш бала ла бына тигән тәрбиә һәм белем ала. Ололары – Әлфиә – уҡытыусы. Родион Мортазин мәктәптә уҡытыусы, ауыл Советы рәйесе булып эшләп алғандан һуң, үҙ эшен асып ебәрә, үҙе үк һәүәҫкәр композитор һәм йырсы ла. Артур МЧС-та эшләй, Гөлфиә – эшҡыуар.

Рауфан Мортазин сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө һөнәре буйынса Өфө нефть институтына уҡыр-ға инә. Йүнәлтмә буйынса 2 йыл Белорет урман-сәнәғәт хужалығында, шунан 2 йыл Белорет РОВД-һында, артабан 10 йыл республика МВД-һында, 10 йыл һалым полицияһы идаралығында һәм ярты йыл дәүләт наркоконтроль идаралығында эшләй. Полковник званиеһында пенсияға сыға.

“Бала саҡта беҙ Теләш ауылында йәшәнек, – тип һөйләй Рауфан Риз-ван улы. – Нисектер бер кис өйҙә өләсәйем менән генә тороп ҡалдым, ул саҡта беҙҙең ауылда электр уты юҡ ине әле, йоҡо килмәй. Ҡапыл бик сағыу яҡты булып китте, көндөҙгөгә ҡарағанда ла яҡтыраҡ булып тойолдо, шуның менән бергә яҡтылыҡ йомшаҡ, бер аҙ тоноғораҡ ине. Мин бик ныҡ аптыраным, сөнки тышта күптән ҡараңғы төшкәйне. Иң ғәжәпләндергәне – күләгә юҡ, әйтерһең дә, яҡтылыҡ бөтөн яҡлап төшә ине! Был яҡтылыҡ: “Һин көн һайын күргән физик нәмәләр әле ысынбарлыҡ түгел. Рухи күҙҙәреңде ас, шул саҡта икенсе – космик ысынбарлыҡты күрерһең һәм тормошҡа ла башҡа күҙҙәр менән ҡараясаҡһың!” – тип аңлатҡандай ине”.

Шулай итеп оҙаҡ йылдар яҡташыбыҙ беҙҙең өсөн ғәҙәти булған әйбер-ҙәргә башҡа күҙҙәр менән баға. Рауфан Мортазин – космоэнергетика магистры, Эмиль Багировтың классик космоэнергетика мәктәбен тамамлаған һәм 2003 йылдан алып бағымсылыҡ менән шөғөлләнә. Космоэнергетика каналдары ярҙамында һауыҡтырырға өйрәтә, Өфөлә космоэнергетик массаж буйынса белгестәр әҙерләй. Уның хеҙмәттәре “Мөғжизәләр ваҡыты. Космоэнергетика һәм сәләмәтлек” китабында тәфсирләп яҙылған.

“Ғүмерем буйы миңә йә берәмләп, йә йөҙәр кешеләрҙе ҡотҡарырға тура килә. Хәҙер ҙә шуның менән шөғөлләнәм, – ти Рауфан ағай. – Мәҫәлән, 1978 йылда Өфөлә шул тиклем ныҡ һыуыҡ булды. 31 декабрҙә һауа температураһы кинәт 50 градусҡа тиклем төштө. Мин проспект буйлап Черниковкаға, нефть институты ятаҡханаһына, ҡайтып барам. Бер тран-спорт та йөрөмәй ине инде – бөтә трамвай-троллейбустар һәм башҡалар бындай һыуыҡта йөрөүҙән туҡтағайны. Ярай әле ул ваҡытта өйҙәр-ҙең подъездары асыҡ, мин йүгерәм-йүгерәм дә, берәй подъезға кереп йылынып алам, шунан артабан йүгерәм. Дан Бульвары туҡталышына табан йүгергәндә ҡар өҫтөндә ятҡан ир кешене күреп ҡалдым, яҡын килеп ҡараһам – тере, әммә иҫерек. Эргәһендә ятҡан бүреген кейҙереп, тунының яғаһынан алып магазинға ҡәҙәр һөйрәп алып барҙым, унан ҡаршыға сығып килгән ике милиционер-ға тапшырҙым да, үҙем артабан йү- герҙем.

Һалым полицияһында эшләгән осор-ҙа, СССР тарҡалғандан һуң, республиканы контрафактлы алкоголь менән тултырҙылар, шул арҡала бик күп кеше үлде. Мәҫәлән, беҙҙең һәм күрше ауылда Яңы йыл байрамында бер юлы биш кеше араҡы менән ағыуланып үлде. Кешеләр араҡының ҡайһыһы заводтан сыҡҡан, а ҡай-һыһы ялған икәнен аңламаны – шешәләре лә, этикеткалары ла бер төрлө, хаҡтары ла.

Эштәрҙең ошондай борсоулы торошон күреп, мин Һалым полицияһы идаралығы етәкселеге аша үҙебеҙҙең республика ликер-араҡы заводтары өсөн һаҡлағыс элементтар менән маркалар әҙерләргә һәм уларҙы шешәләргә йәбештерергә тәҡдим иттем, һәм шулай эшләнде лә. Меңәрләгән кешеләр ялған спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыуҙан туҡтаны. Шунан ошондай уҡ маркаларҙы башҡа төбәктәрҙә индерә башланылар һәм өҫтәмә рәүештә федераль акцизлы маркалар индерелде. Алкоголдән ағыу- ланып үлеү, тәбиғи, ҡырҡа кәмей башланы.

Мине элек тә, хәҙер ҙә кешеләр- ҙең мөмкинлектәре һәм һәләттәре, һауығыуҙың эффектлы ысулдары ҡыҙыҡһындырҙы. кешеләрҙең ауырырға, яфаланырға тейешлеген ҡабул итә алмау тойғоһо йәшәне һәр ваҡыт күңелемдә”.

Бөгөн яҡташыбыҙ традицион булмаған медицина менән шөғөлләнә. Уның методикаһы космоэнергетика менән бәйләнгән. Үҙенең билдәле бер пациенттар даирәһе бар, улар, Рауфан Ризван улының һүҙҙәренсә, бер нисә сеанстан һуң һауығып китә. Һәр ваҡыт сәләмәт булыу өсөн үҙ өҫтөңдә бик-бик күп эшләргә кәрәк – беҙҙең уйҙар, хис-тойғолар, ҡылған эштәребеҙ һәр ваҡыт изгелекле булырға тейеш. Яҡташыбыҙҙың кәңәштәренә эйәрәйек һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя ҡабул итеү өсөн ябайыраҡ буласаҡ.

Зөһрә ҒӘНИЕВА әҙерләне.