Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
2 Октябрь 2017, 02:00

Хөрмәтле Ирек Йыһанур улы!

Беҙ һеҙҙе ысын күңелдән күркәм байрамығыҙ – тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. Ошо мөһим көн – һәр кешенең ғүмерендә йылдар дауамында тупланған тормош тәжрибәһен, профессионаллекте, белем хазинаһын, көс-ғәйрәтте, эшкә һәләтте, үҙ көсөңә ышанысты барлап, киләсәктә тағы ла башҡарасаҡ яҡшы эштәрҙе күҙалау мәле.Һеҙгә ошо күркәм байрамығыҙҙа һаулыҡ, муллыҡ, күңел күтәренкелеге, уй-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтмәҫ физик һәм рухи көс теләйбеҙ. Бар эшегеҙҙә лә уңыштар юлдаш булһын, яҡшы кәйеф һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын, ә һәр тыуған яңы көн бәхет, шатлыҡ-һөйөнөстәр генә алып килһен!Район Советы һәм Хакимиәте. Ирек Йыһанур улы Яҡупов – Баш-ҡортостан Республикаһының 1-се класлы ысын дәүләт советнигы. Баш-ҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына эйә. 2015 йылда уға Мәсетле районының Почетлы гражданы исеме бирелде. 2016 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ирек Йыһанур улы Яҡупов 1962 йылдың 3 октябрендә Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. 1990 йылда ғалим-агроном һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын (элекке Башҡорт ауыл хужалығы институты), 2009 йылда Башҡорт-остан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводында слесарь, оператор булып башлай. 1981 йылдан – Пермь ҡалаһындағы май һәм майлау-һыуытыу шыйыҡсаһы заводында оператор. 1981 – 1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеп ҡайт-ҡандан һуң Мәсетле район ауыл хужалығы техникаһының машина-трактор оҫтаханаһына мастер, контролер булып урынлаша. 1984 йылда – Мәсетле районының Фрунзе исемендәге колхоз ағзаһы, 1984 – 1990 йылдар – инструктор, Мәсетле районы комсомол комитетының икенсе, беренсе секретары. 1990 йылда баш ҡалаға китә, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булып эшләй. 1993 йылдан – БР Ауыл йәштәре союзы, Башҡортостандың Аграр союзы баш-ҡарма директоры. 1995 йылда БР йәштәренең сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы директоры урынбаҫары булып эшләй; 1997 йылдан – БР Министрҙар кабинеты ҡарамағында күсемһеҙ милек һәм ер мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса дәүләт комиссияһының әйҙәүсе белгесе, баш белгесе.1999 – 2001 йылдар – Ер ресурс-тары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитетының иҡтисад һәм ергә түләү бүлеге баш белгесе; 2001 – 2004 йылдар – БР Башлығы Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығында контроль бүлеге баш белгесе; 2004 йыл – БР Башлығы Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығында дәүләт наградалары бүлеге баш белгесе; 2004 – 2005 йылдар – БР Башлығы Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығында контроль бүлеге баш белгесе; 2005 – 2007 йылдар – Баш-ҡортостан Республикаһының мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары; 2007-2008 йылдар – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары; 2008 – 2011 йылдар – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ тәьминәте буйынса идаралығы начальнигы; 2011 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Башлығы эштәре менән идара итеүсе урын- баҫары.