Йәштәр мөхите
22 Июля , 05:05

Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар

Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар. 

Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыраларБашҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар
Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар

 Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк:

14-35 йәштәге йәштәр «Йәшлек» форумына ҡатнаша аласаҡ, ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары «Бергә» форумына ғариза бирә ала.

Фестивалдә шулай уҡ йәштәр өсөн туристик слеттар уҙғарыласаҡ, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары ҡатнаша ала.

Фестиваль ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары буласаҡ.

Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28 

Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3

 һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә. Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.

Источник: https://max.ru/gazetabashkortostan/AZ-E0Q5YZcU 

 

Автор: