

Өфөнөң “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты ярҙамында “Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле” проекты буйынса “Инициативалар арауығы” конкурсы ойошторҙо. Ул балалар йәмәғәт киңлектәрен булдырыу, төҙөкләндереү һәм ресурс менән йыһазландырыу маҡсатын ҡуя. Был киңлектәр балалар һәм өлкәндәрҙең хеҙмәттәшлек үҙәктәренә, шулай уҡ үҫмерҙәр өсөн үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм ойоштороу майҙансыҡтарына әйләнергә тейеш.
Был конкурста Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан “Алтын бал ҡорттары” командаһы ҡатнашты һәм үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн ресурс ярҙамы отто.
Ижади төркөм составына остаз Диана Миңлеәхмәтова, лидер Самира Ғәлимйәнова, бухгалтер Илсур Шакиров, дизайнер Никита Берсенев, көйәрмән Лиана Ибәтова, уларҙың ярҙамсылары Александр Ледянкин һәм Самир Латипов инде. Конкурс ситтән тороп ике этапта уҙҙы һәм Башҡортостандың 18 муниципалитетынан 33 заявка йыйҙы. Ҡатнашыусылар документтар әҙерләп ебәрҙе, уларҙың эштәрен ете критерий буйынса жюри баһаланы. Жюри ағзалары был киңлектең кәрәклеген нигеҙләүҙе, идея һәм тематиканы, дизайн-проектты күҙ алдына килтереүҙе, функциональ һәм хәүефһеҙ булыуҙы, эш ҡағиҙәләрен һәм графигын, бюджеттың ысынбарлыҡҡа тап килеүен һәм онлайн-сығыштың сифатын баһаланы.
– Беҙҙең ауылда үҫмерҙәр иркен йыйылып аралаша алырлыҡ бушлай урындар юҡ тиерлек, шуға күрә конкурста ҡатнашырға булдыҡ, – тип һөйләй команданың остазы Диана Миңлеәхмәтова. – Проектыбыҙҙың төп идеяһы – ял итеү, белем алыу, уйнау йәиһә кино ҡарау өсөн киңлек булдырыу. Бында баһаламайҙар һәм һөҙөмтәләр талап итмәйҙәр. Беҙ үҫмерҙәрҙең файҙалы эш менән мәшғүл булыуын, оҫталыҡ дәрестәрендә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙарҙа, мөһим темаларға һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыуын теләйбеҙ. Конкурс ошо уйҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәкле финанс һәм эксперт ярҙамы күрһәтә. 100 мең һум күләмендәге ярҙам кәрәкле ҡорамалдар һәм материалдар, атап әйткәндә, кресло-ҡапсыҡтар, проектор өсөн экран, өҫтәл уйындары, ноутбук һәм башҡалар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.