Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
29 Ғинуар , 09:50

Мәсетле районы хакимиәтендә бер көн

Мәсетле районы хакимиәтендә власть менән йәш быуындың үҙ-ара килешеп эш итеүенең мөһимлеген күрһәтеүсе мөһим сара уҙҙы.

Мәсетле районы хакимиәтендә бер көн
Мәсетле районы хакимиәтендә бер көн

“Беренселәр хәрәкәте” урындағы һәм төбәк советы ағзаһы, лицей уҡыусыһы Самира Ғәлимйәнова район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән осрашты. Әлеге сара йәштәрҙе территорияны үҫтереү мәсьәләләрен ҡарауға йәлеп итергә, Мәсетле районы халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән варианттарҙы бергәләп эҙләргә мөмкинлек биргән диалогты нығытыуға практик аҙым булды.
Сара барышында Самира “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә әүҙем ҡатнашты: граждандарҙы ҡабул итеү барышында урындағы бизнестың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде һәм уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителде. Был формат властың, реаль ярҙам күрһәтергә ынтылып, эшлекле берләшмә менән туранан-тура эшләүен күрһәтте. Бынан тыш, Әнис Ҡасим улы урындағы үҙидара эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында ҡунаҡ өсөн хакимиәт буйлап экскурсия ойошторҙо.
– Район хакимиәте башлығы менән үткән эшлекле көн сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм илһам бирҙе. Беҙҙең хакимиәттең эшҡыуарҙарға ла, йәштәргә лә ысын күңелдән ярҙам итергә әҙер булыуын күрҙем. Ул миңә балалар һәм йәштәр башланғыстарының да хуплау таба алыуына ышаныс бирҙе. Хакимиәт структураһы менән тәүгә шул тиклем яҡындан таныштым. Бигерәк тә урындағы закондарҙы ҡабул итеүсе орган булараҡ депутаттар советы тураһында белеү ҡыҙыҡлы булды. Район Советы секретары Владимир Новоселов та үҙенең эш көнө хаҡында һөйләне. “Ғаилә” үҙәгенең эше менән таныштыр-ған Лариса Миңлебаева һәм районда һайлау участкаларының нисек ойошторолоуын аңлатҡан Гөлнара Бикташева менән аралашыу фәһемле булды, – ти Самира. – “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” иң сағыу мәл булды. Район хакимиәте башлығының һәм команданың һәр эшҡыуарҙы иғтибар менән тыңлауын, идеялары менән бүлешеүен, хәл итеү юлдарын эҙләүен күрҙем. Был ябай осрашыу ғына түгел – улар ысынлап та ярҙам итергә теләй. Тимәк, был проекттарҙың барыһы ла килеп сығасаҡ! Мин яңы белем алып ҡына ҡалманым, ә беҙҙең власть асыҡ булыуын һәм йәштәрҙе бында көтөүҙәрен яҡшы аңланым. Хәҙер район үҫешендә тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға әҙермен!
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.

Мәсетле районы хакимиәтендә бер көн
Мәсетле районы хакимиәтендә бер көн
Автор: