Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
16 Август , 11:30

Йәш мәсетлеләр – “Аҫылташ” форумында

– Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары 1,5 млрд һумға яҡын бындай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡара-маған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша, – ти төбәк Башлығы Радий Хәбиров.

Йәш мәсетлеләр – “Аҫылташ” форумында
Йәш мәсетлеләр – “Аҫылташ” форумында

Республиканың Йылайыр районында йәштәр форумы уҙҙы. “Берҙәмлек” проектына ярашлы, “Аҫылташ” йәштәр форумы 2017 йылдан ғәмәлгә ашырыла һәм йыл һайын ул Урал аръяғында 300-ҙән ашыу йәш лидерҙы йыя. Форум барышында проекттар конкурсы ойошторола: башҡорт телендә дебаттарҙа, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, финанс, ресурс, остаз ярҙамын алырға мөмкин. 2019 йылдан проект туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы нигеҙендә уҙғарыла.
Өс көн дауамында маҡсат-ҡа ынтылышлы республика йәштәре белемдәрен камиллаштырҙы, төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшкән яҡташтары менән осрашты, уйын һәм конкурстарҙа ҡатнашты.
Форум көндәренең береһе башҡорт көнкүрешенең этник яғына арналды һәм белем биреү блогында ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары тураһында күп яңы нәмәләр белде. Йәштәр араһында милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, үҫтереү һәм популярлаштырыу мөһим, ошо маҡсатта ҡатнашыусылар милли аш-һыу, костюмдар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән танышты. Форумдың киске программаһы йәштәргә заманса башҡорт эстрадаһы башҡарыусылары, музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән танышыу мөмкинлеге бирҙе.
Форумдың белем биреү программаһына медиа, мәҙәниәт, бизнес һәм ижад кеүек йүнәлештәр инде. Быйылғы форумда этно-майҙансыҡ айырылып торҙо.
– Йәштәрҙе ошо мөхиткә тулыһынса бағышлау өсөн бер нисә сәғәт традицион этно-блок ҡына етмәй тип иҫәпләнек һәм 2024 йылда тотош бер көндө ошоға арнарға ҡарар иттек, – тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Наҙгөл Ҡасимова.
Форумда Мәсетле районынан Әлиә Ғәлимова, Регина Әхмәтйәнова, Диана Бәҙретдинова, Наҙгөл Мофазалова, Рәғиҙә Солтанова, Аделина Тимашева һәм Көнһылыу Хорамшина ҡатнашты.
Мәсетле районының йәш яҡташтар ойошмаһы рәйесе Әлиә Ғәлимова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Минеңсә, “Аҫылташ-2024” – быйылғы йәйҙең иң яҡшы сараһы. Көн һайын төрлө саралар үткәрелде. Беҙгә яһалма интеллект тураһында һөйләнеләр. Нейроселтәрҙең яңы функциялары хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы булды. Шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азат Бәҙрәнов менән осрашыу айырыуса иҫтә ҡалды, йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, һәм иң мөһиме – темалар буйынса сикләүҙәр булманы, шуға күрә аралашыу ҡыҙығыраҡ уҙҙы. Ике көн буйына төрлө этно-майҙансыҡтар эшләне. Уҡтан аттыҡ, башҡорт бейеүҙәрен бейенек, милли биҙәүестәр үрҙек, милли кейемдә фотосессияла ҡатнаштыҡ һәм балыҡ тоттоҡ.
Был форумда миңә икенсе тапҡыр ҡатнашыу бәхете тейҙе. Үткән йыл менән сағыштырғанда, форум киңерәк булды. Ул йылдан-йыл үҫер тип ышанам. Сарала ысынлап та маҡсатҡа ынтылышлы һәм амбициялы, талантлы һәм креатив йәштәр ҡатнашты. Күптәре сәхнәлә үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте. Беҙҙе йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусыларҙың “Рәсәй йәштәре. Гранттар” Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы майҙансығында 1 млн һумға тиклем грант отоу мөмкинселеге булды. Бының өсөн конкурста ҡатнашыуға алдан заявка бирергә һәм үҙеңдең проектты жюри ағзалары иғтибарына тәҡдим итергә кәрәк ине.

Зәлифә Ғәллиуллина,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында йәш быуынды яҡынайт-ҡан, тәжрибә уртаҡлашырға, беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе тикшерергә һәм баш-ҡорт халҡының йолаларын хәтерҙә тоторға мөмкинлек биргән саралар ойошторола.
Форум республика йәштәрен башҡорт мәҙәниәтенә йәлеп итергә, башҡорт йәштәре ойошмалары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте нығытырға, йәштәрҙе үҫтереүгә һәм уларҙың республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуына йүнәлтелгән артабанғы берлектәге эш өсөн йәштәр лидерҙарын берләштерергә мөмкинлек бирә.

Белешмә. 2020 – 2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс уҙғарған, 3692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проектты хуплаған. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 млрд һумдан ашыу тәшкил итте, шуның 852,5 млн һумы – республика бюджетынан, 364,86 млн һумы Президент гранттары фондын ҡушып финанслау иҫәбенә.
Шулай уҡ 2024 йылға фонд алты конкурс уҙғарырға ниәтләй, уларҙың дөйөм бюджеты 370 млн һумдан ашыу тәшкил итә (шул иҫәптән Президент гранттары фонды менән берлектә финанслау). Бөгөнгә алты конкурстың өсәүһенең һөҙөмтәләре билдәле.

Автор: