Был үҙәк балалар һәм йәштәр башланғысы урыны буласаҡ, унда улар тематик осрашыуҙар үткәрә, проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә аласаҡ.
Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы “Беренселәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Рәнис Хәсәнов, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр төбәк бүлексәһенең урындағы хәрәкәте белгесе Миләүшә Ғибәҙуллина ҡатнашты.
Үҙәктең стенаһын балалар һәм йәштәр хәрәкәттәре эмблемалары менән үҙ аллы буяған “Беренселәр хәрәкәте” активисы Артур Балағутдиновҡа иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
“Беренселәр хәрәкәте” үҙәген асыу барышында Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан һәм Салауат райондары “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Бала саҡ навигаторҙары” бүлексәләренең муниципаль координаторҙары өсөн үҙ-ара эш итеү моделен булдырыу” темаһына семинар-кәңәшмә үткәрелде. Модераторҙары – Мәсетле районының “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Бала саҡ навигаторҙары” муниципаль координаторҙары Миләүшә Ғибәҙуллина менән Гүзәл Йосопова.
Кәңәшмәлә шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы төньяҡ-көнсығышының “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Бала саҡ навигаторҙары”ның берҙәм эш моделен булдырыу” темаһына фекер алыштылар.
Ҡунаҡтар остаздарҙың ҡаҙаныштары һәм ресурс торошо әүҙемлегенә балаларҙы йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Дыуан һәм Мәсетле районы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорттары педагогтары Гөлсөм Ғәйфуллина менән Юлиә Ҡотлоева балалар район активы һәм медиаконтент хаҡында һөйләне. Теманы дауам итеп, “Ҙур тәнәфес” конкурсы ярымфиналсыһы Алина Вәлиева сығыш яһаны. Ранис Хәсәнов “Хәрәкәткә бағышлау. Ойоштороусыларҙың эше” стратегик сессияһын үткәрҙе, район балалар активы менән осрашты. Дыуан районының “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы белгесе Эльвина Йомағужина проекттар менән таныштырҙы.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.