Мәсетле тормошо
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
21 Август 2023, 11:25

“Беренселәр хәрәкәте”нең төбәк сменаһы

Райондың “Беренселәр хәрәкәте” балалар берекмәһе активистары Ильвина Юнысова, Регина Ғимазетдинова, Зарина Мостаева, Анита Йомағолова һәм Сабина Ғилметдинова 3 – 9 августа Мәләүез районының “Дуҫлыҡ” балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында үткән “Беренселәр хәрәкәте” республика сменаһында ҡатнашты.

“Беренселәр хәрәкәте”нең төбәк сменаһы
“Беренселәр хәрәкәте”нең төбәк сменаһы

Смена программаһында күп уйындар, берҙәмлек булдырыу һәм команда төҙөү өсөн квестар, оҫталыҡ дәрестәре, бассейнда һыу инеү ойошторолдо. Көн аҙағында дискотека һәм “күңел шәмдәре” сараһы уҙғарылды.
– Иң ныҡ иҫтә ҡалғаны – вожатыйҙар концерты. Унда вожатыйҙар беҙгә сағыу һәм күңелле номерҙар күрһәтте, – тине сменала ҡатнашыу-сыларҙың береһе. – Беҙҙең коллекцияла “Беренселәр” брендлы футболка, блокнот, ручка һәм беләҙек бар.
Тәғәйен урынға барып-ҡайтыуҙы ойоштороу эшен Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейы етәкселеге һәм Йәштәр үҙәге педагог-ойоштороусыһы Гөлшат Вәлитова үҙ өҫтөнә алған. Ә лагерға тиклем балаларҙы ата-әсәләр комитеты активистары оҙатып йөрөгән.

Автор: