Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Декабрь 2022, 10:00

Йәш мәсетлеләргә ГТО билдәләре тапшырылды

Мәсетле районы хакимиәтенең кәңәшмәләр залында 2022 йылдың II кварталы йомғаҡтары буйынса уҡыусыларға “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы таныҡлығы һәм билдәләрен тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Йәш мәсетлеләргә ГТО билдәләре тапшырылды
Йәш мәсетлеләргә ГТО билдәләре тапшырылды

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин районда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын индереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуын, уның балаларға физик культура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнергә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек биреүен билдәләне.
ГТО билдәһе йәмғеһе 17 уҡыусыға, атап әйткәндә, Артем Әфғәлимовҡа, Адэлия Ҡәләмоваға, Камил Фазлыевҡа, Екатерина Сычкинаға, Виктория Скрябинаға, Интизор Ҡадироваға, Айша Ғәйнановаға, Полина Щербаковаға, Елизавета Корлыхановаға, Василина Жильцоваға, Арина Черепановаға, Яна Вәликаеваға, Полина Поповаға, Инна Крючковаға (Оло Ыҡтамаҡ), Айгиз Зәбихуллинға (Һабанаҡ), Алтынай Ғәлимоваға (Теләш) һәм Дмитрий Сазановҡа (Түбәнге Бобин) тапшырылды.

Альбина ЗАРИПОВА.

Автор: