Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Декабрь 2022, 09:30

Тыуған ер көсөн тойоп

Мәсетле районының яҡташтар ойошмаһы – Өфө ҡалаһында студенттарҙың һәм эшләүсе йәштәрҙең йәмәғәт берекмәһе ул. Яҡташтар ойошмаһы эшмәкәрлеген ҙур һәм берҙәм команда алып бара.

Тыуған ер көсөн тойоп
Тыуған ер көсөн тойоп

Бөгөнгө көндә уның рәйесе вазифаһын Өфө фән һәм технологиялар университеты ер һәм туризм фәндәре факультетының 3-сө курс студенткаһы Әлиә Ғәлимова башҡара. Мәсетле районы яҡташтар ойошмаһы төрлө республика конкурстарында, форумдарында, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша.
– Әлиә Азат ҡыҙы, әйтегеҙ әле, һеҙҙең өсөн яҡташтар ойошмаһы нимә ул һәм һеҙгә нимә бирә?
– Яҡташтар ойошмаһы – ул ойошма ғына түгел, ә үҙенә күрә “ғаилә”. Бында яҡташтар бер-береһенә ярҙам итеүҙән баш тартмай. Был ойошма яраҡлашырға ярҙам итә: студент Өфөгә уҡырға, йәиһә хеҙмәткәр командировкаға килә, йәки кемдер даими йәшәү урынын һайлап алған, уларҙың барыһына ла яҡташтары ярҙам күрһәтә. Улар аңлата, һөйләй, күрһәтә, йүнәлеш бирә, ғөмүмән, берәүҙе лә яңғыҙ ҡалдырмай.

Һүрәттә: һулдан уңға Айзилә Вәхитова, Айгүзәл Фәхретдинова, Алина Йәрмөхәмәтова, Әлиә Ғәлимова, Рәғиҙә Солтанова.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 23 декабрҙә 51-се һанында уҡығыҙ.

Автор: