Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
7 Декабрь 2022, 09:30

“Объективта – Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”

Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең Бөтә Рәсәй сменаһы тап шулай атала. Илдең төп медиасылары 8-21 ноябрҙә Краснодар крайының “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә йыйылды. Мәсетле районынан хәрәкәт активистары Арыҫлан Ғибәҙуллин, Полина Попова (лицей) һәм Алина Вәлиева (Башҡорт гимназияһы), конкурстың һайлап алыу турын үтеп, ошо сағыу сарала ҡатнашты.

“Объективта – Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”
“Объективта – Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”

– Ошо 14 көндө Рәсәйҙең иң әүҙем уҡыусылары менән бергә үткәрә алдым, – тип һөйләй Арыҫлан. – Илебеҙ үҫеп килгән быуын хаҡында хәстәрлек күрә, йәштәр үҫеше өсөн бына тигән мөмкинлек бирә. Өйгә артабан да тырышып уҡыу теләге менән яңы көс-дәрт алып ҡайттым. Үкенескә күрә, барлыҡ мәғариф сараларына ла йөрөй алманым, сөнки мин балалар ойоштороу комитетында торҙом.

Һүрәттә: (һулдан уңға) Полина Попова һәм Арыҫлан Ғибәҙуллин.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48-се һанында уҡығыҙ.

Автор: