Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
3 Октябрь 2022, 11:00

Советта яңы ағзалар

Мәсетле районында Йәштәр советының ойоштороу ултырышы үтте.

Советта яңы ағзалар
Советта яңы ағзалар

Сарала район Советы секретары Владимир Новоселов, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева, халыҡ менән эшләү һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Илнур Вәлиев, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Зилә Рәхимҡолова ҡатнашты.
Йәштәр советы власть органдарында йәштәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау, шулай уҡ уларҙың мәнфәғәттәрен һәм проблемаларын өйрәнеү өсөн булдырылған.
Ултырыш барышында совет эшен планлаштырыу, комиссияларҙың Мәсетле районының йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары менән берлектә тормошҡа ашырасаҡ проект, саралар әҙерләү мәсьә-ләләре тикшерелде.
Асыҡ тауыш биреү юлы менән бер тауыштан Гүзәл Йосопова Йәштәр советы рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫары – Айтуған Таһиров, яуаплы сәркәтибе – Эльвина Шафиҡова. Составҡа бөтәһе 24 кеше инә.
Һайлау һәм социаль-хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ике комиссия ойошторолдо, уларҙың һәр береһенең яңы составы раҫланды. Шул рәүешле һайлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе итеп Айгөл Вәлиева, социаль-хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса комиссия рәйесе итеп Фәнил Денисламов һайланды.
Белешмә өсөн.
Йәштәр советы ике йылға бер тапҡыр төҙөлә. Уның төп маҡсаты: йәштәрҙе райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү; хоҡуҡи һәм сәйәси мәҙәниәтте формалаштырыу, нығытыу һәм күтәреү; ижадсыларға, гражданлыҡ әүҙемлегенә ярҙам итеү; районда йәш белгестәрҙе ҡалдырыуға булышлыҡ итеү.
Был ойошманың эшмәкәрлеге социаль-мәҙәни, экологик үҫешкә йүнәлтелгән. Шулай уҡ уларға “Йәш Гвардия” хәрәкәте ҡарай, етәксеһе – Наталья Калинцева.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Лариса Михалькова