Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
3 Октябрь 2022, 12:00

Онотолмаҫ сәфәр

“Океан” Бөтә Рәсәй балалар үҙәге – ул “Орленок”, “Артек” һәм “Алмаш” кеүек эре һәм Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан берҙән-бер ошондай ҙур балалар үҙәге. Йыл һайын унда 16,5 мең бала йыйыла һәм диңгеҙ буйындағы мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән балаларҙы ла бәхетле итә.

Онотолмаҫ сәфәр
Онотолмаҫ сәфәр

Владивостокка экология мәсьәләләрен һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең иң әүҙемдәре йыйылды. Улар араһында Мәсетле районынан Азалия Абдуллина, Анита Йомағолова, Ульяна Перевышина һәм Айша Ғәйнанова ла булды. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла – Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте активистары.
Бында тәбиғәтте һәм тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлештәрендәге ике белем биреү блогы ойошторолған. Беренсеһе – “Тәбиғәт ҡурсаулыҡтары” экология үҙәге эксперттарынан торған “Экология” блогы.
Дәрестәрҙә балалар дүрт курс өйрәнә: ҡурсаулыҡ дәресе, экологик һуҡмаҡ, йәшел технологиялар, агитация бригадаһы.
Икенсеһе – тыуған яҡты өйрәнеү һәм халыҡтар мәҙәниәте. Балалар Рәсәй халыҡтары тураһында күп фай-ҙалы мәғлүмәт алды һәм бер нисә көн буйына уларҙың мәҙәниәте, йолалары менән танышты.
Шулай уҡ сменала күңелле осрашыуҙар уҙҙы. Беренсе сарала “Тәбиғәт ҡурсаулыҡтары” экология үҙәге директоры урынбаҫары Елена Книжникова һәм Карелияның өҫтәл һәм экш-уйындар-ҙы ойоштороу буйынса уйын техниктары клубы етәксеһе, Карелия Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең төбәк координаторы Елена Колечонок ҡатнашты.
Икенсе сараның ҡунағы – Рәсәй WWF Амур филиалының һирәк осраған төрҙәр буйынса бүлек етәксеһе Павел Фоменко.
Бөтә отрядтар ҙа махсус команда тренингыһын үтте, шулай уҡ бер нисә көн дауамында улар “Вымпел” хәрби-патриотик үҙәге белгестәре ойошторған япмалы, аҫылмалы үткәүел аша сыҡты.
“Экологика” республика балалар-үҫмерҙәр мәктәбенең Бөтә Рәсәй сменаһы сиктәрендә Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына арналған һауа йыландары фестивале ойошторолдо, унда балалар милли орнамент, отряд, дружина, үҙәк, Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте эмблемаһы менән биҙәлгән бик күп планерҙарҙы һауаға осорҙо.
Мәсетле активистары киләсәктә үҙ эшмәкәрлектәрендә файҙаланыу өсөн яңы белем алып, көс туплап ҡайтты.

Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова