Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
2 Август 2022, 15:20

Йәй – ең һыҙғанып эшләр мәл!

Ғәҙәттә күпселек уҡыусылар оҙайлы уҡыу йылынан һуң ял итергә теләй. Ләкин араларында эшләргә теләүселәр ҙә бар.

Йәй – ең һыҙғанып эшләр мәл!
Йәй – ең һыҙғанып эшләр мәл!

Хеҙмәт ҡануниәте буйынса үҫмерҙәр 14 йәштән эшләй ала, эш сәғәте көнөнә дүрт сәғәттән дә артыҡ булмаҫҡа тейеш. 15-16 йәштәрҙә – биш, 16-нан 18-гә тиклем – ете сәғәт.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 16 һәм 14 йәшлек ике ағалы-ҡустылы малайҙар һәр яҙ һәм йәй һайын аҡса эшләй. Эште интернет, социаль селтәрҙәр-ҙә эҙләйҙәр, хеҙмәт күрһәтеүҙәре тураһында үҙҙәре тәҡдим ҡуя.
– Тәүге тапҡыр үләнде олатайым менән өләсәйемдең йортонда сабып бирҙек, – тип һөйләй Георгий Макаров. – Триммер менән эшләү бик оҡшаны һәм олатайым үләнде башҡа кешеләргә аҡсаға саба башларға тәҡдим итте. Йыш ҡына эш бер тапҡыр ғына башҡарыла торған була: тамамлағас – яңыһын эҙләйбеҙ. Үҙем менән ҡустым Никитаны ла ярҙамға алам.
Былтыр йәй буйына тиерлек шәхси йорттарҙа үлән саптыҡ. 28 мең һум аҡса эшләнек. Ата-әсәйем аҡса өҫтәне һәм беҙ мопед һатып алдыҡ.
Быйыл үлән сабыуҙан тыш, ағас эшкәртеү предприятие-һында ла эшләнек. Йәй эсендә 18 мең һум самаһы аҡса тупланыҡ.
– Быйыл ошо аҡсаға үҙемә яңы телефон һатып алырға теләйем, – ти Никита.
Башҡортостан предприятиеларында балиғ булмаған граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса төбәк сараһы сиктәрендә 2022 йыл башынан 15,3 мең уҡыусы ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған. Йыл һайын уҡыуҙан буш ваҡытта 18 меңдән ашыу балиғ булмаған үҫмерҙәр компанияларҙа хеҙмәт коллективтарының бер өлөшөнә әүерелә һәм тәүге аҡсаларын эшләй башлай.
Ағымдағы йылда Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге 14-18 йәшлек 144 балиғ булмаған гражданды ваҡытлыса эшкә урынлаш-тырҙы, шуларҙың 17-һе ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар. Эшкә урынлашыусыларҙың йәше – 14-18 йәш.
Балалар эшкә ата-әсәһенең яҙма ризалығы менән урынлаштырылды.
Эш көнө 2,5 сәғәт тәшкил итте. Үҫмерҙәр 20 көн эсендә 1200-шәр һум аҡса алды. Башлыса балалар биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнде (утау, һыу һибеү, буяу).
Хеҙмәт хаҡын түләү өсөн аҡса Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан бүленә.

Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова