Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
18 Июль 2022, 10:35

Легендар “Орленок”

Быйыл “Орленок” Бөтә Рәсәй пионер лагерында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Арслан Ғибәҙуллин һәм Алина Вәлиева булды. Улар Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең әүҙем ағзалары булып тора.

Легендар “Орленок”
Легендар “Орленок”

Үҫмерҙәр “Орленок” сайтындағы конкурста ҡатнашып, путевканы бушлай алды. Бының өсөн эштәрен жюри ағзалары ҡарауына ебәргән.
– Миңә беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй масштабындағы лагерҙа булыу бәхете тейҙе. Унда мин күп яңы дуҫтар таптым, – тип һөйләй Арслан. – Смена төрлө сараларға бай булды. Беҙҙең менән осрашыуға спикерҙарҙы саҡырҙылар, улар беҙгә нисек проекттар әҙерләү, кешеләр менән аралашыу, конфликтлы хәлдәрҙе хәл итеү хаҡында һөйләне. Сторителлинг ярҙамында үҙебеҙҙе күрһәтергә өйрәттеләр. Ойошторолған осрашыуҙарға ҡыҙыҡлы шәхестәр: артистар, блогерҙар, йырсылар һәм башҡалар килде. Улар үҙҙәренең уңышы хаҡында һөйләне, файҙалы кәңәштәр бирҙе. Уларҙың тарихы илһамландырҙы. Вожатыйҙар үҙ сиратында беҙҙең өсөн төрлө сюрприздар ойошторҙо, тренинг һәм уйындар үткәрҙе, шулай уҡ беҙҙе Барабансылар тауына походҡа ҡунырға алып барҙы.
Смена ваҡытында сменаны асыу һәм ябыу, Балалар-ҙы яҡлау көнө, Рәсәй көнө кеүек ваҡиғаларҙы байрам иттек. “Экология – һәр кемдең эше” флешмобы уҙғарылды.
Смена “Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте – Үҙидара территорияһы” тип аталды. Программа граждандарҙың әүҙемлеген, үҫмерҙәрҙең тикшеренеү, проект эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын формалаштырыу, шулай уҡ тирә-яҡ донъяны үҫтереү, камиллаштырыуға йүнәлтелгән идеялар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Проект эшмәкәрлеге тураһында белем, төшөнсәләрҙе киңәйттеләр, проектты булдырыу, уны бойомға ашырыу өҫтөндә коллектив, индивидуаль эшләү тәжрибәһен бирҙеләр.
– Көн һайын лагерҙа сағыу тәьҫораттар ҡалдырған саралар уҙҙы. Петр I тыуыуына 350 йыл тулыуға арналған бал иң иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙың береһе булды, – ти Алина Вәлиева. – Минең смена “Профессиональ старт” тип атала ине, унда беҙ психологияны өйрәндек һәм вожатый оҫталығы нигеҙҙәрен белдек. Лагерь төрлө өлкәләрҙә үҙеңде күрһәтеү, илдең төрлө төбәктәренән килгән кешеләр, яңылыҡтар менән танышыу, һәләтте үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Шул тиклем күп хис һәм хәтирәләрҙе үҙебеҙ менән алып ҡайттыҡ: дискотека, квест, беседкала киске уттар һәм йыйындар, диңгеҙҙә һыу инеү, онотолмаҫлыҡ поход, конкурс, кесе балалар- ҙа стажировка, өлкәндәргә ярҙам, тәмле төшкө аш, зарядка, әүҙем хәрәкәт сәғәттәре, вожатыйҙарҙың ҙур концерты “Орленок” ғаиләһенең бер өлөшө булырға мөмкинлек бирҙе.
Смена аҙағында һәр үҫмер программала ҡатнашыусы сертификатын алды.
Белешмә
Бушлай путевканы теләгән һәр кем ала ала. Бының өсөн “Орленок” сайтында үткән конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк. Иң ҡыҙыҡлы тематик программаны һайларға. Конкурс тураһында Положениены уҡырға. Мотлаҡ рәүештә ҡатнашыусылар категорияһы, тематик программаның йүнәлеше, конкурс заданиеһы талаптарына иғтибар итергә кәрәк. Эштәрҙе тикшереүгә ебәрергә һәм еңеүселәр исемлеген баҫтырыуҙы көтөргә.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Легендар “Орленок”
Легендар “Орленок”
Автор:Лариса Михалькова