Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
30 Май 2022, 10:30

Ҙур мәктәп пикнигы

Мәскәүҙә ике көн дауамында Рәсәй хәрәкәтенең күләмле фестивале – “Ҙур мәктәп пикнигы” уҙҙы. Унда Мәсетле районы уҡыусыһы, “Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте” урындағы бүлексәһенең сағыу вәкиле Аксана Әхйәмова ҡатнашты.

Ҙур мәктәп пикнигы
Ҙур мәктәп пикнигы

Ул Башҡорт гимназияһының 9-сы класында уҡый. “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы һәм ирекмәндәр эшмәкәрлеге активисы.
Фестивалдә илдең 85 төбәгенән меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Унда киләсәк мәктәбе концепцияһы сиктәрендә ойошторолған сағыу коворкинг-зоналар, киберкиңлек, медиастудия, мәктәп театры, физика-техник компетенциялар кабинеты, шоурум һәм хатта мәктәп буфетынан торған 30 тематик майҙансыҡ эшләне.
Проекттарҙың һәр береһе фестивалдә үҙ майҙансығын алды, тип билдәләнә. Шулай уҡ ижади оҫталыҡ дәрестәре, артистар менән осрашыу булды, спектакль, модалы коллекциялар күрһәтелде, туп менән хоккей һәм башҡа саралар ойошторолдо.
– Мәскәүгә барыу мөмкинлеге алыуыма бик шатмын. Был минең Рәсәй баш ҡалаһына беренсе сәфәрем, – тип уртаҡлаша тәьҫораттары менән Аксана. – Унда мин Башҡортостандан 6 бала һәм оҙатып йөрөүсенән торған делегация составында барҙым. Беҙ сара башланырҙан бер көн алда килдек, шуға күрә ҡала буйлап үҙ аллы йөрөү мөмкинлеге булды. Мәскәү беҙгә үҙенең матур архитектураһы менән ныҡ оҡшаны.
Фестивалдә тематик майҙансыҡтар күп булды: “Орлёнок”, “Бәйләнештә”, “Изгелек каникулға китмәй”, “Кибер лига”, “Күңелле осрашыуҙар”, “Ижади оҫтахана” һәм башҡалар. Шеф Ивлев, Стас Море, Андрей Борисенко, Сергей Рязанский кеүек ҡыҙыҡлы ҡунаҡтар килде. Шулай уҡ фестивалдең тәүге көнөндә беҙ экскурсияла ла булдыҡ.
Шәп мөхит булдырыуға һәммәбеҙ өлөш индерҙе. Ҙур мәктәп пикнигына тағы ла барыуҙан баш тартмаҫ инем.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова