“Алға китеү” әүҙемдәр мәктәбе 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 33 активисты йыйҙы, уларҙың һәр береһе үҙенең шәхси үҫешен һынап ҡарау маҡсаты менән килде.
14 ғинуарҙан 15-енә тиклем, ике көн дауамында, белем биреү һәм фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне, эксперттар һәм ҡунаҡтар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, команда эшмәкәрлеге буйынса һәм ролле тематик уйындар барҙы. Тәүге көндә “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең дүрт стихияһы” йүнәлештәре буйынса программаға инеү, “Һаҙлыҡта көн итеүселәр” станциялары менән медиамарафон уҙҙы, шулай уҡ йәштәр “Күбәләктәр циркы” фильмы буйынса фекер алышыуҙа үҙ һәләттәрен күрһәтә алды. Өйгә эш итеп бирелгән “Мин 5, 10, 15 йылдан һуң” тип исемләнгән күргәҙмә эшен ойоштороуҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Регина Ғимазетдинова һәм Полина Попова иң яҡшылары тип билдәләнде. Ҡасандыр “Берҙәмлек” инструкторҙар клубында шөғөлләнгән Альбина Вәлиева менән осрашыу көндөң иң иҫтә ҡалырлыҡ сараһы булды. Ул үҙенең әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, проект, уйын программалары нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Кисәне дауам итеп, “Интуиция” автор уйыны уҙҙы.
Икенсе көн күнекмә һәм футболкаларға биҙәктәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресенән башланды. Уны Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары үткәрҙе. Балалар, Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте эмблемаһы төшөрөлгән трафарет баҫмаларын ҡулланып, үҙҙәренең футболкаларын биҙәне. “Батша, батшабикә һәм кәмитсе” уйыны ярҙамында эшкә урынлашып, кешеләрҙең психологияһы менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинселеге булды. Ролле уйындар барышында сараны ойоштороусылар балаларҙы Гарри Поттер донъяһына алып китеп, Хогвартсты ҡот-ҡарыу өсөн кәрәк булған ете кристражды йыйҙы.
“Алға китеү” әүҙемдәр мәктәбен тамамлаусыларҙы бүләкләү тантанаһы булды. Барыһы ла сертификат алды, ә иң әүҙемдәре – бүләктәр.
Мәсетле районы Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең өлкән активистары һәм остаздары был ике көндө ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле итеп ойошторорға тырышты. Сара Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте һәм педагогтар Наталья Бауэр, Миләүшә Ғибәҙуллина етәкселеге аҫтында барҙы, шулай уҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Башҡорт гимназияһы (сара уҙғарыу өсөн кабинет бүлде), Ира Ғафарова етәкселегендә ата-әсәләр комитеты (ике көнлөк үҙәкләштерелгән туҡланыуҙы ойоштороусы) һәм Фәриҙә Ғәйнанова (канцелярия тауарҙары менән тәьмин итте һәм аппаратура ташыуҙы ойошторҙо) ярҙамында башҡарылды.
Гүзәлиә ӘХМӘТХАНОВА, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры.