Ул йәш мәсетлеләрҙе Рәсәй мәктәп уҡыусылар хәрәкәте, уның эшмәкәрлек йүнәлеше, хәрәкәт үҙенсәлектәре, атрибутикаһы һәм һәр уҡыусының был хәрәкәттә үҫеш перспективаһы менән таныштырыу маҡсатында ойошторола.
Квест 22 сентябрҙә старт алып, 29 октябрҙә тамамланды.
Унда райондан барлығы 13 команда, 88 уҡыусы ҡатнашты. Ошо ваҡыт эсендә улар пост яҙырға, фотография эшкәртергә, онлайн эшләргә өйрәнде. Эштәр социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” төркөмөндә “Мәсетле районы Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте” төркөмөндә баҫылды.
Квест барышында ҡатнашыусылар уҡытыусыларҙы ҡотлап видео-ҡотлау әҙерләне, хәрәкәттең эмблемаһы менән танышты, рифмалар уйлап сығарҙы, командаһы тураһында һөйләне, изге эштәр башҡарҙы, Мәсетле районындағы яратҡан урындары менән таныштырҙы, торт бешерҙе, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән арт-объект эшләне һәм хәрәкәт ойошмаһына алты йыл тулыу уңайынан видео-открытка яҙҙы.
Бер сара ла ойоштороусынан башҡа уҙмай. Ойоштороу комитетының роле ҙур, ул – эксперт, заданиелар кураторы, сценарий яҙыусы, оператор, дизайнер, квесты төрлө уйҙар менән илһамландырыусы ла. Барыһы ла ҙур тырышлыҡ һалды.
Полина ПОПОВА,
“Берҙәмлек” инструкторҙар клубы ағзаһы.