Сарала Уралдағы алты ҡаланан – Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Каменск-Уральск, Полевой, Силәбе, Озерск, Пермь ҡалаларынан, шулай уҡ Төмәндән, Ижевск, Красноярск ҡалаларынан һәм Оло Ыҡтамаҡтан 77 кеше ҡатнашты.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Бустер” өҫтәл уйыны ойоштороусыһы Фидан Мөхәмәҙиев бындай форматтағы сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша.
– Уйын бик юғары кимәлдә ойошторолғайны, – ти ул. – Мин үҙемде бер хобби буйынса берләшкән команда эсендә итеп тойҙом. Яңы уйындар менән танышыу, яңы дуҫтар табыу мөмкинлеге булды.
Халыҡты заманса өҫтәл уйындары менән таныштырыу һәм күңелгә ятҡан шөғөл менән ваҡыт үткәреү мөмкинлеге биргән “Бустер” клубына 2017 йылда нигеҙ һалынған.
Клубта кисәләр ойошторола. Унда көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, дуҫтар, туғандар, коллегалар менән өҫтәл уйындары уйнарға була. Бындай сараларҙа ғәҙәттә өс-һигеҙ кеше йыйыла. Клуб шулай уҡ балалар өсөн уйындар ойоштора. Клубта ҡатнашыу өсөн “Бәйләнешә” төркөмөндә nastolkabust һылтанмаһы буйынса алдан яҙылырға кәрәк (ҡатнашыу бушлай).
Мәсетлеләр араһында өҫтәл уйындарына йылдан-йыл ҡыҙыҡһыныу арта. Ул таныштар һәм дуҫтар менән күңелле итеп ваҡыт үткәреү мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, ә зиһенде арттырыу һәм социаль үҫеш өсөн мөмкинлектәр аса: логик фекер йөрөтөргә өйрәтә, ижади ҡараш үҫешә, инициатива күрһәтеү мөмкинлеге бирә.
Һүрәттә: Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Бустер” клубы.