Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
6 Октябрь 2021, 09:30

Заман менән бергә атлай

Бөгөнгө көндә социаль селтәрҙәрҙә блог алып барыу күптәр өсөн күңеленә яҡын һәм ҡулай шөғөлгә әйләнде.

Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай

Бигерәк тә социаль селтәрҙәр араһында “Тик Ток” донъялағы иң популяр сайт булып ҡала. Ул биш йыл элек Ҡытайҙа булдырыла һәм бик тиҙ бар донъяны биләп ала. Уны уйлап сығарыусылар үҙ концепцияһын былай аңлата: “Телефонға төшөрөлгән ҡыҫҡа видео өсөн урын”.
Ундағы видеояҙмалар иң күбендә бер минут дауам итә ала, әммә “тиктокерҙар”ҙың күбеһе 15 секундлыҡ яҙма төшөрөргә лә өлгөрә. Йөкмәткеһе төрлө: бейеү, пародиялар, йәнлектәрҙең үҙҙәрен тотошон күҙәтеү, сит ил телен йәки йырҙар өйрәнеү...
Мәсетлеләр ҙә заман менән бергә атлай: районда был ҡыҫҡа видеояҙмаларҙы ҡараусыларҙан тыш, төшөрөүселәр ҙә бар хәҙер. Мәҫәлән, Оло Аҡа ауылынан һөйкөмлө, артислыҡ һәләтенә эйә Светлана Хөсәйенова (ник: svetlanarai) үҙенең махсус битен бер йыл элек булдырған. Ошо ваҡыт эсендә үҙ аккаунтына меңдән ашыу яҙылыусы йыя.
Үҙенең ҡыҫҡа видеороликтарында Светлана шаян фекерләшеүҙәр, романтик йырҙар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар уйлап табып, төрлө фильмдар, комикстар персонаждарына әйләнә. Ул тренд артынан ҡыумай, контентты даими итергә тырышмай, ә илһам килгәндә генә эшкә тотона.
– “Тик Ток” тураһында балаларымдан белдем. Видео ҡарау өсөн теркәлдем, һуңынан үҙем дә төшөрә башланым. Тәүге ролигым коронавирус темаһына булды. Хәҙер ул минең хобби һәм буш ваҡытымда ҡыҫҡа видеояҙмалар төшөрөү менән шөғөлләнәм, – ти Светлана.
Әйткәндәй, буш ваҡыты уның әллә ни күп түгел, сөнки ул – өс бала әсәһе, “Башнефть” автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойоу станцияһында оператор. Бынан тыш, башҡа ауыл халҡы кеүек, ул да тормош иптәше менән хужалыҡ алып бара.

Автор:Айгуль  Шарапова