Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
31 Август 2021, 11:55

Йәштәр районды һайлай

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һөнәр һайлап, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлаған, уның үҫешенә өлөш индергән район йәштәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Йәштәр районды һайлай
Йәштәр районды һайлай

Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында бер нисә йыл рәттән ике йәш белгес – Полина Акулова һәм Злата Швецова – эшләй. Икеһе лә мәктәпте тамамлағандан һуң педагог һөнәрен һайлай.
Злата үҫмер сағында шәхесте үҫтергән, һәләтен асырға ярҙам иткән төрлө түңәрәк, секцияларға йөрөй. Туғыҙынсы класты тамамлап, Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледждың башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә. Артабан Мәсетле шифаханаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша.
– Әгәр ҙә миңә элегерәк тәрбиәсе булып эшләйәсәкһең тиһәләр, ышанмаҫ инем, – ти ул. – Бәләкәй саҡта әсәйем юлынан китеп, медицина хеҙмәткәре булып эшләргә хыялландым. Әммә яҙмыш үҙенекен итте. Бөгөн мин һайлаған һөнәрем менән ҡәнәғәтмен. Тәрбиәсе булып эшләү миңә бик оҡшай, кешеләр менән аралашыу шатлығы алам, минең тырышлыҡтарым бушҡа китмәгәнен күрһәм, оло ҡәнәғәтлек кисерәм. Мин был һөнәрҙе һайламаным, ә ул мине һайланы!
Полина 11-се кластан һуң Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Ғаиләләрҙе һәм балаларҙы социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү” профиле буйынса юғары белем ала. Мәсетле районы Йәштәр үҙәге һәм Мәҙәниәт һарайы аша ирекмәндәр эшендә әүҙем ҡатнаша.
Уның ойоштора белеү һәләте 12 йәшендә мәктәп яны лагерында вожатый ярҙамсыһы булып эшләгән ваҡытта асыла. 14 йәштә шул уҡ лагерҙа, шулай уҡ “Беҙ тормошто һайлайбыҙ” палатка лагерында вожатый эшен башҡара.
– Мине һәр ваҡыт ошоға оҡшаш эшмәкәрлек үҙенә тартты, ә теүәл фәндәр, киреһенсә, ауырлыҡ менән бирелде. Һөнәрем буйынса – мин башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиә эшмәкәрлеге уҡытыуға ҡарағанда күберәк ҡәнәғәтлек килтерә. Тәрбиәсенең уҡытыусыға ҡарағанда балалар менән аралашыуға мөмкинселеге лә күберәк.
Бынан тыш, Полина Республика дистанцион уҡытыу үҙәгендә (Мәсәғүт ауылы) башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй һәм аутизм менән сирләгән бала менән аҙнаһына бер нисә тапҡыр шөғөлләнә.
Ниндәй генә эш булмаһын, был – тәү сиратта, яуаплылыҡ, ә балалар менән бәйле булһа, ул бер нисә тапҡырға күберәк. Ҡыҙҙарҙың әйтеүе буйынса, һәр балаға айырым иғтибар кәрәк: берәүҙәр тиҙ үпкәләп бара, икенселәр – тик ултыра белмәй, өсөнсөләр – сәркәш... Уларҙың һәр ҡайһыһы – йәмғиәттә яраҡлашыу төрлөсә бирелгән бәләкәй шәхес, ә тәрбиәсенең бурысы – ярҙам итеү.
Тәрбиәсенең эше балаларҙың ялын ойоштороу, уларҙың именлеге һәм яҡшы ял итеү мөмкинселеген булдырыуҙан тора. Барлыҡ эш алдан әҙерләнгән планға ярашлы ойошторола.
– Эш минең өсөн – күңелде йылытҡан шат йөҙҙәр, балаға үҙ-үҙен аңларға ярҙам итеү, уларҙың потенциалын асыу һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре, – ти Полина.

Һүрәттә һулдан уңға: Полина Акулова, Злата Швецова.

Автор:Наркес Халиуллина