Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне.
Артабан һүҙ район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиевҡа бирелде. Үҙ сығышында ул яңғыҙ, ҡарт кешеләргә ярҙам иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни, спорт саралары, акциялар, флешмобтар ойошторған ирекмәндәр хәрәкәте тураһында һөйләне, республиканың ирекмәндәр проекттарын ғәмәлгә ашырыуға шәхсән өлөш индергән һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә булған йәштәрҙе билдәләп үтте. Башҡортостан Республикаһында ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү ресурс үҙәгенең рәхмәт хаттары Йәштәр үҙәге ирекмәндәре Лиана Хөрмәтуллинаға, Самира Ғафароваға, Камилла Ғәлимйәноваға, Эмиль Зәбихуллинға, София Кондратьеваға, Валерия Мәжитоваға һәм Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы социаль педагогы Гөлнур Сәлиховаға тапшырылды.
Билдәле башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Линар Белый сығышы тамашасылар өсөн ҙур бүләк булды. Шулай уҡ Ғәлиә Вәхитова, Йәштәр үҙәге активистары, “Йәш тауыштар” республика асыҡ конкурсы дипломанттары Александр Васин, Лилита Бисарина, Диана Нуретдинова һәм башҡалар байрам атмосфераһы булдырырға ярҙам итте.