Кесе Юлдыбай ауылы янында урынлашҡан “Дуҫлыҡ” балаларҙы һауыҡтырыу лагерында 150-нән ашыу әүҙем йәштәр йыйылды. Мәсетле яҡташтар берекмәһе лә форумда ҡатнашты һәм республиканың төрлө төбәктәренән ысын “аҫылташтар” йыйылған саранан ыңғай эмоция, белем алып, тәжрибә туплап ҡайтты.
Ҡатнашыусылар дүрт көн дауамында грант эшмәкәрлеген өйрәнде, финанс грамоталылыҡ, актерлыҡ оҫталығы буйынса лекция тыңланы һәм үҙҙәренең проектын булдырыу өҫтөндә эшләне.
Барлыҡ теләүселәр мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге фекерҙәрен тикшереп, йыйып, IT-белгестәрҙән кире бәйләнеш алған хакатон ойошторолдо.
Форумда беренсе тапҡыр асыҡ лекториум уҙҙы, бында ҡатнашыусылар үҙҙәре спикер сифатында белемдәре менән уртаҡлашты. Йола буйынса “Аҫылташ” мәҙәни конференцияһы майҙансығы эшен дауам итте: таратыуға лайыҡ уй-фекерҙәр, башҡорт телендә дебаттар, проекттар теҙмәһе ҡаралды.
Форумдың күңел асыу программаһы ла йәнле итеп ойошторолған: сарала ҡатнашыусылар “ЭтноДонъя” майҙансығында милли аштар һәм эсемлектәр тәмләне, милли кейем кейеп ҡарау мөмкинселеге булды, ҡурай, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде. Экстремаль спорт төрөн яратыусылар өсөн “Батырҙар ярышы” – ҡатмарлы шарттарҙа ҡаршылыҡтар аша ярышыу уҙҙы. Киске программала рэп башҡарыусы Алтынай Вәлитов, скрипкасы Елизавета Мочалкина, ҡурайсылар Юлай Ҡасимов һәм Арыҫлан Оморҙаҡов, бард йырҙарын башҡарыусы Камила Мөхәмәдина сығыш яһаны.
Форум йәштәрҙең социаль мөхиткә яраҡлашыу һәләтен күтәреү мәсьәләһен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән, шуның өсөн дә сараның маҡсаты – республика үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр индереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, социаль проекттар эшләргә белгән яңы йәш етәкселәр быуынын тәрбиәләү.
Белешмә
Форум 2017 йылдан башлап уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар ассоциацияһы, Йәш гвардия, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәге ярҙамы менән Йылайыр районы хакимиәте ойошторҙо.
Аҫылташ – башҡорт халҡының мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлау, башҡорт телен үҫтереү, уны популярлаштырыу, йәштәрҙе берләштереү инструментын булдырыу һәм бер-берҙәренең мәҙәниәтен байытыу маҡсатында ойошторолған әүҙем үҫешкән йәштәр бренды. Бренд сиктәрендә 10 проект эшләп килә, шулар араһында башҡорт телендә шиғриәтте популярлаштырыу, дебат буйынса чемпионат, медиа үҙәк һәм башҡа интернет-марафондар бар.