Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
15 Июнь 2021, 17:30

Туристик слет – күңелле ваҡиға!

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Әй йылғаһы буйында Мәсетле районында балалар һәм үҫмерҙәр туризмын үҫтереү маҡсатында уҡыусыларҙың туристик фестивале уҙҙы.

Ағымдағы йылда туристик слетта Ләмәҙтамаҡ, Ҡорғат, Дыуан-Мәсетле, Яңы Мишәр, Абдулла, лицей, Башҡорт гимназияһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан һигеҙ команда ҡатнашты.
Тәүге көндө, асыу тантанаһынан һуң, командалар үҙҙәрен күрһәтте һәм старт алды тикшереүен уҙҙы.
Артабан командалар ҡаршылыҡтар булған аҫылмалы күперҙе үтеү, тау битләүенә менеү һәм төшөү, параллель яндауыр аша сығыу, бүрәнә аша соҡорҙо үтеү, ныҡлы туристик төйөн бәйләү, бүрәнә аша маятник менән сығыу һынауҙарын үтте һәм башҡа һәләттәрен күрһәтте.
Шулай уҡ уҡыусылар компас ярҙамында тирә-яҡты билдәләү, күҙ үлсәме менән объектҡа тиклем араны һәм ағастың оҙонлоғон самалау кеүек һынауҙар ҡуйылған аҡлан аша сыҡты. Тыуған яҡты белеүгә тест ойошторолдо, художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы уҙҙы, туристик гәзит баһаланды.
Сарала ҡатнашыусылар икенсе көндө ҡаршылыҡтар һыҙаты булған ҡыҫҡа дистанция үтте.
Туристик ял еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү менән тамамланды.
Туристик слет һөҙөмтәләре буйынса дөйөм иҫәптә урта дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Ләмәҙтамаҡ мәктәбе командаһы иң яҡшыһы тип табылды, икенсе урынды Башҡорт гимназияһы яуланы, өсөнсө – лицей.
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары араһында Ҡорғат мәктәбе беренсе урынға сыҡты, икенсе – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, өсөнсө – Абдулла мәктәбе командаһы.
Сараны ойоштороусылар алдан ныҡлы әҙерләнде: территория талпанға ҡаршы эшкәртелде, палаткалар ҡуйылды, конкурс һәм тәбиғәт шарттарында йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һатып алынды. Тиҙ ярҙам дежурлығы ойошторолдо.
Һауа шарттары, ямғыр яуып, бер аҙ боҙолоуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың кәйефенә бер-ниндәй ҙә йоғонто яһаманы. Балалар тиҫтерҙәре менән аралашты, һәләттәрен күрһәтте һәм яҡшы ял итте.