Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
3 Июнь 2021, 17:00

Мәскәү ҡалаһында мәктәп пикнигы

21 һәм 22 майҙа Мәскәү ҡалаһы Ҡунаҡхана йорто территорияһында “Ҙур мәктәп пикнигы” балалар фестивале уҙҙы.

Был сарала Башҡортостан Республикаһынан һайлап алыу турын уҙған 9 уҡыусынан торған делегация ҡатнашты. Фестивалдә ҡатнашыу хистәре менән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто “Берҙәмлек” инструкторҙар клубының сығарылыш төркөмө, Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Анита Ғафарова уртаҡлашты.
“Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 1 апреленән алып 2021 йылдың 1 апреленә тиклем бөтә өлгәшеүҙәр исемлеген бирергә кәрәк ине. Мәскәү ҡалаһына юлланғандар төркөмөндә булыу минең өсөн оло ҡыуаныс булды. Баш ҡалаға килеп етмәйенсә, мин был хәлгә ышана алманым. Беҙ ҡалаға фестиваль башланырҙан алда бер көн элек килдек, шуға ла буш ваҡыт күп булды һәм ҡала буйлап йөрөнөк.
“Ҙур мәктәп пикнигы”нда дуҫлыҡ атмосфераһы хөкөм һөрҙө, позитив ҡарашлы, изге күңелле, шат уҡыусылар килгән ине, көйһөҙләнергә ваҡыт булманы. Ижад итергә һәм үҙ-үҙемде үҫтереү өҫтөндә эшләргә дәртләнеп, көс-ҡеүәт алып ҡайттым.
“Ҙур мәктәп пикнигы” – Рәсәйҙең 85 төбәгенән 1000-дән ашыу уҡыусы йыйылған, күп кешеләр менән аралашыу, яңылыҡтар белеү мөмкинлеге биргән, иҫтәлекле көндәр бүләк иткән ҙур сара.
Фестивалдә барлығы 16 тематик майҙансыҡ эшләне, “Ҙур тәнәфес”, “Вожатыйҙар лигаһы”, “Ҙур мәктәп пикнигы”ның медиа үҙәге”, Ҡыҙыҡлы радио” һәм башҡа проекттар тәҡдим ителде. Рәсәй балалар лагерынан “Орленок”, “Артек”, “Смена” майҙансыҡтары үҙ эшен күрһәтте. Класс осрашыуҙары уҙҙы, ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға, ә уларҙың береһе Black Star директоры – Павел Курьянов, һорау биреү мөмкинлеге булды. Шулай уҡ Рәсәй шеф-ашнаҡсыһы – Константин Ивлевтың оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштыҡ. Был сарала “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”нең яңы мерч коллекцияһын күрҙек, флешмоб бейенек, хәрәкәт төркөмө дуҫтары-партнерҙары менән таныштыҡ, Борис Щукин исемендәге Театр институтының актер хәрәкәте һәм сәхнә гримы оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштыҡ, төрлө спикерҙар менән аралаштыҡ, “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”нең өс йүнәлеше һәм аудиовизуаль технологиялар менән таныштыҡ.
Һәр ҡатнашыусыға “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”нең түш билдәһе, футболка, плащ, наушник, портатив зарядник һәм сумка бүләк иттеләр.
Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте уҡыусылар алдында ҙур мөмкинселектәр аса”.